2025 йыл менән сағыштырғанда дәүләт ярҙамы күләме 1,7 тапҡырға артасаҡ. Был сумманың 98 процентын федераль бюджет бүлә, 2 процентын төбәк бюджеты өҫтәй.
Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү предприятиелары хеҙмәткәрҙәрҙең уҡыуға, маҡсатлы уҡыуға һәм студенттарҙың уҡыусылар килешеүе буйынса практика үтеүенә сығымдарының 90 процентына тиклем компенсация алыуы мөмкин. Был маҡсатҡа «АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫНДА КАДРҘАР» проекты буйынса «Технологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү» милли проекты сиктәрендә аҡса бүленә.
2025 йылда Башҡортостандың 31 предприятиеһы 277 белгескә һәм 354 студентҡа уҡыу килешеүе буйынса производство практикаһына сығымдарҙы ҡаплауға 43 миллион һум күләмендә субсидия алған.