Улар иҫәбендә йөклө ҡатындар, балаларҙы имеҙгән әсәләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар бар. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров һөйләне.
Былтыр предприятиела бөтәһе 2,6 мең тонна балалар һәм өлкәндәр өсөн махсус продукция етештерелгән. Бының өсөн 3 268 тонна һөт эшкәртелгән.
– Һатыу географияһын киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ – хәҙер «Һөт кухняһы» продукцияһы «Ашан» магазины кәштәләрендә лә бар, башҡа сауҙа селтәрҙәре етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, - ти Азат Асҡаров. – 2025 йылда Башҡортостандың «Һөт кухняһы» проекты федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыныу уятты. Стәрлетамаҡтағы производство подразделениеһына Федерация Советының эшсе төркөмө килде. Предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәрен халыҡтың льготалы категорияларын махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн дәүләт стандартын әҙерләү буйынса эксперт советына индерҙеләр.
2026 йылға республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә тән ауырлығы дефициты булған балаларҙы юғары аҡһымлы продукция менән тәьмин итеү буйынса проектты башланыҡ, йомшаҡ һәм ярым ҡаты сырҙар етештереүҙе киңәйтеү, Үрге Ҡыйғыла ҡымыҙ продукты сығарыуҙы башлау планлаштырыла.
“Алдағы биш йылда коммерция нигеҙендәге эшмәкәрлекте үҫтереп өлкәндәр өсөн продукция сығарыуҙы артттырасаҡбыҙ. 2030 йыл аҙағына әҙер продукция күләмен 4 мең тоннаға тиклем, килемде – 421 миллион һумға тиклем, ә эшкәртелгән сеймал күләмен 5,5 мең тоннаға тиклем арттырырға планлаштырабыҙ” - тине Азат Асҡаров.
Башҡортостан башлығы «Һөт кухняһы» проектының эҙмә-эҙлекле үҫешеүен билдәләне.
- Киләсәктә -предприятие тулыһынса үҙ аллы булып, үҙе аҡса эшләһен өсөн тырышыр кәрәк. Быға ынтылығыҙ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.