Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
5 Март , 07:30

Экспорт йүнәлеше лә иғтибарҙа

«ТАВРОС» компаниялар төркөмө 12 йыл эшләү дәүерендә республика иҡтисадына 20 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Экспорт йүнәлеше лә  иғтибарҙа
Экспорт йүнәлеше лә иғтибарҙа

Башҡортостанда «ТАВРОС» компаниялар төркөмөнә ингән бер нисә агропредприятие эшләй. Улар иҫәбендә Шишмә шәкәр заводы, Башҡортостан ит компанияһы, «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы бар. Бынан тыш, холдинг шәкәр сөгөлдөрө, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары үҫтереүсе ҙур предприятие булып тора.

Быйыл да төркөмгә ингән предприятиеларҙа республика булышлығында күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Мәҫәлән, Шишмә шәкәр заводында реконструкция тамамлана, ул сеймал эшкәртеү күләмен тәүлегенә 6 мең тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк. «Башҡортостан»ҡошсолоҡ фабрикаһы ла проект ҡеүәтенә сыға. Йыл һайын уның майҙансығында 750 миллиондан ашыу йомортҡа етештереләсәк.

Бынан тыш, «ТАВРОС» бер нисә яңы проект, Шишмә районында агроҡаласыҡ һәм Бишбүләк районында һимертеү майҙансығы төҙөй башлай.

Экспорт йүнәлеше лә  үҫешә. Компаниялар төркөмө продукцияһын 10-дан ашыу илгә, шул иҫәптән Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Корея, Әзербайжан, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға оҙаталар.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас