Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
18 Март , 18:15

Турбаза инвесторы дәүләт ярҙамы аласаҡ

Бөрйән районында йыл әйләнәһенә туристик база булдырыу буйынса инвестиция проектының инициаторы дәүләт ярҙамы гарантиялана. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Турбаза инвесторы дәүләт ярҙамы аласаҡ
Турбаза инвесторы дәүләт ярҙамы аласаҡ

«Сенсия» компанияһы Һәм Башҡортостан Хөкүмәте инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү төҙөгән. Бынан алда проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән булған.

Иң мөһиме, ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға биреү. Бындай ярҙам төбәк Башлығының айырым бойороғо буйынса ғына мөмкин. Документ сыҡҡандан һуң компания төҙөлөш башлай ала.

Бизнес-планға ярашлы, турбаза территорияһында 13 ҡунаҡ йорто, административ бина, беседка, туристик ҡорамалдар прокаты пункты, бер нисә ял зонаһы, кемпинг урынлаштырыу планлаштырыла. Инвестициялар күләме - 49 миллион һум.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас