Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
1 Апрель , 07:50

Башҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙер

30 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә сәсеү эштәренә әҙерлек тикшерелде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙер
Башҡортостан аграрийҙары сәсеү эштәренә әҙер

Республиканың ауыл хужалығы вице – премьер-министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, 2026 йылда ужым культураларының сәсеү майҙаны 285,6 мең гектар тәшкил иткән, был уҙған йылға ҡарағанда 22 процентҡа күберәк. Ужым культураларының 99 проценттан ашыуы  яҡшы хәлдә ҡышлаған.

Быйыл яҙғы сәсеүҙе ике миллион гектарҙан ашыу майҙанда үткәрергә планлаштыралар. Дөйөм иген баҫыуы 1,4 миллион гектарҙан ашасаҡ.

- Техник культуралар сәсеү майҙанын 699 мең гектарға еткерергә планлаштырабыҙ, тәү сиратта майлы культуралар сәсеү майҙанын 12,8 мең гектарға арттырыу иҫәбенә, – тип билдәләне республиканың Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе. – Шәкәр заводтары ҡеүәтен иҫәпкә алып, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙаны 40 мең гектар тәшкил итәсәк, ә картуф һәм йәшелсә майҙандары былтырғы кимәлдә – 48 мең гектар самаһы буласаҡ.

Республика хужалыҡтары иген һәм башҡа төр культуралар орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Үҙебеҙҙең илдә етештерелгән орлоҡтар өлөшө 82 проценттан ашып китә.

Эш планына ярашлы, яҙғы баҫыу эштәрендә тупраҡты сәсеүгә әҙерләүҙә – 11 мең, ауыл хужалығы культураларын сәсеүҙә 5 меңдән ашыу трактор агрегаты ҡатнашасаҡ. Хужалыҡтар минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау препараттарын һатып алыуҙы дауам итә.

Радий Хәбиров аграрийҙарға яҙғы баҫыу эштәрендә уңыштар теләне.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас