А/хужалығы
14 Апреля , 07:40

Сит илдәргә иген продукцияһын оҙатыу артҡан

Башҡортостандан йылдың беренсе кварталында 923 тонна бойҙай һәм арыш көрпәһе экспортланған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сит илдәргә иген продукцияһын оҙатыу  артҡанСит илдәргә иген продукцияһын оҙатыу  артҡан
Сит илдәргә иген продукцияһын оҙатыу артҡан

 Был уҙған йылдың ошо уҡ осоронда сит илдәргә ебәрелгәндән 21 тапҡырға күберәк. Продукция Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан баҙарҙарына оҙатылған.

"Үҫемлектәр карантины, иген сифаты һәм орлоҡ контроле бүлеге тарафынан һайлап алынған 34 партия иген эшкәртеү продукцияһы өлгөһө "ВНИИЗЖ" Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан буйынса һынау лабораторияһында тикшеренеүҙәр үтте. Алынған өлгөләрҙә хәүефле карантин организмдары һәм ҡоротҡостар асыҡланмаған. Көрпә импортлаусы илдәрҙең талаптарына һәм нормативтарына тап килә», — тип белдергәндәр Россельхознадзор ведомствоһында.

Уҙған йылдың беренсе кварталында Башҡортостан етештереүселәре сит илгә 44 тонна бойҙай һәм арыш көрпәһе оҙатҡан.

Көрпә он тартыу производствоһының ҡиммәтле һәм арзан өҫтәмә продукты. Улар малсылыҡта аҡһым-витамин өҫтәмәһе булараҡ киң ҡулланыла. Аҡһым, фосфор һәм башҡа витаминдарға бай. Эре мөгөҙлө мал, ат, сусҡа һәм ҡош-ҡорт рационында, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулланыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас