

Йәштәр ойошмаһы эше тураһында республиканың студент отрядтары амбассадоры Олег Балашов һөйләне.
2025 йылда республикала йәйге осорҙа эшләүсе студент отрядтарындағы 10 526 йәштәр эшкә урынлаштырылған, был 2024 йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Уларҙың 6 меңгә яҡыны – студенттар, 4,5 меңдән ашыуы -уҡыусылар. Эшләп алынған аҡсаның дөйөм күләме 562 миллион һум тәшкил иткән.
Быйылғы хеҙмәт миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә 10 ведомствола һәм 24 предприятиела 3 меңдән ашыу вакансия булдырылған. Улар араһында ауыл хужалығы, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, төҙөлөш һәм транспорт өлкәләрендәге тәҡдимдәр бар.
2026 йылда республикала етештереү, ауыл хужалығы, сервис, төҙөлөш, педагогика һәм медицина йүнәлештәре буйынса 53 хеҙмәт проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Унда 5 меңдән ашыу кешене эшкә урынлаштырырға иҫәп тоталар. РСО-ла ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө республиканан ситкә эшкә ебәрелә.
Бынан тыш, төбәктә студенттар отрядтары инфраструктураһын үҫтереү дауам итә. 2026 йылдың беренсе кварталында мәктәптәр базаһында 25 яңы отряд һәм колледждар базаһында өс отряд булдырыла. Йыл аҙағына тиклем мәғариф ойошмаларында тағы ла 35 отряд асыу планлаштыралар.
Республикала йәштәрҙе уҡытыуға айырыуса иғтибар бүленә. Йыл башынан алып 2 меңдән ашыу кеше талап ителгән эшсе һөнәрҙәр буйынса әҙерлек үткән.
2026 йылда республикала эшкә урынлаштырылған студотрядсыларҙың дөйөм һанын 13 меңдән ашыуға еткерергә планлаштыралар.
Радий Хәбиров РСО хәрәкәтен артабан үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне һәм Башҡортостан предприятиеларын студенттар отрядтарының эшен ойоштороуға әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.