

Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 2,2 тапҡырға тиерлек күберәк, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк идаралығында.
Башҡортостан продукцияһын Әзербайжан, Беларусь, Грузия, Ҡырғыҙстан, Ҡытай халыҡ республикаһы, Марокко, Төркмәнстан, Үзбәкстан һәм Төркиә һатып алған.
Сит илгә һатылған иген культураларының дөйөм ауырлығы 62,3 мең тонна тәшкил итә, шуларҙың 25,6 мең тоннаһы бойҙай, 22,6 мең тоннаһы етен, 6,4 мең тоннаһы арпа, 1,9 мең тоннаһы борсаҡ, 1,2 мең тоннаһы рапс. Шулай уҡ республика 30,6 мең тонна иген эшкәртеү продукттарын экспортлаған.
Уҙған йылдың беренсе кварталында Башҡортостан 43,25 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукттарын экспортҡа оҙатҡан. Продукцияны Әзербайжан, Беларусь, Бельгия, Германия, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Монголия, Польша, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан һәм Швейцарияға оҙатҡандар.
2026 йыл башынан сит илдәргә бөтәһе 1,6 мең партия экспорт йөгө оҙатылған, һәр береһе һынау лабораторияһында үткән.
"Экспертиза йомғаҡтары буйынса хәүефле карантин организмдары һәм иген запастары ҡоротҡостары алынған продукция өлгөләрендә асыҡланмаған. Продукция импортлаусы илдәрҙең талаптарына яуап бирә, күҙәтеү ведомствоһы 1596 экспорт фитосанитар сертификат бирҙе», — тип хәбәр иттеләр идаралыҡтан.