

Был быйыл экспортҡа ебәрелгән тәүге һөт продукцияһы партияһы. Партия өлгөләре тикшереү үткән, улар Ҡытай халыҡ республикаһы талаптарына тап килгән. Әйткәндәй, 2025 йылда Башҡортостандың һөт заводтары Ҡытайға 150 тонна продукция оҙатҡайны.
Билдәле булыуынса, илдә эшләп килгән “Экспорт” милли проектының маҡсаты 2030 йылға агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауҙы 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға арттырыуға өлгәшеү.