А/хужалығы
6 Мая , 06:48

Агросәнәғәт ойошмалары һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә

Башҡортостан һуңғы өс йылда ауыл хужалығы өлкәһендә иң күп яңы юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар барлыҡҡа килгән тәүге 5 төбәк иҫәбенә инде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Агросәнәғәт ойошмалары һаны буйынса лидерҙар иҫәбендәАгросәнәғәт ойошмалары һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә
Агросәнәғәт ойошмалары һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә

Был осорҙа 3 меңгә яҡын ойошма теркәлгән, был субъекттар араһында икенсе күрһәткес.

Өс йыл эсендә динамика буйынса лидер булып краснодар крайы тора, ул 3,8 мең ойошма теркәлгән, өсөнсө урында-Дағстан (+2,6 мең). Унан һуң Ростов (+2,3 мең) һәм Волгоград (+1,9 мең) өлкәләре килә.

2026 йылдың 1 апреленә республиканың аргрокомплексы тармағында бөтәһе 8,5 мең ҡатнашыусы теркәлгән, был 2023 йылдың апреленә ҡарағанда 489 ойошмаға (6,1 процент) күберәк.

Рәсәйҙә ауыл хужалығы тармағында 2026 йылдың апреленә 241,1 мең ҡатнашыусы эшләй, был 2023 йылдың апреленә ҡарағанда 1,11% кәмерәк. Өс йыл эсендә илдә тармаҡта 63,5 мең яңы ҡатнашыусы барлыҡҡа килә, ә бизнесты 67,4 меңе яба.

Ауыл хужалығы секторында ҡатнашыусыларҙың дөйөм һанынан 69,3 проценты — шәхси эшҡыуарҙарға, 30,7 проценты юридик шәхестәргә тура килә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас