А/хужалығы
14 Мая , 03:35

Ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла

Башҡортостанда 2026 йылдың дүрт айында аграрийҙар 4,1 миллиард һумға 643 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ауыл хужалығы техникаһы яңыртылаАуыл хужалығы техникаһы яңыртыла
Ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла

"Йыл башынан алып республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре 114 трактор, 37 иген йыйыу комбайны, 170 — тән ашыу берәмек тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы, шулай уҡ башҡа ҡорамалдар һатып алды», - тине республика Хөкүмәтенең  вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Һатып алыуҙар суммаһы былтырғы кимәлдә ҡалған — 4 миллиард һум, әммә һатып алынған техника һаны артҡан (2025 й.- 616). Иң күп ауыл хужалығы машиналарын Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хужалыҡтары һатып алған — 180 миллиондан 480 миллион һумға тиклем.

Льготалы лизинг сиктәрендә предприятиелар һәм фермерҙар 1,8 миллиард һумға 215 берәмек техника һатып алған. Был 2025 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән ике тапҡырға күберәк.

Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, республикала ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙар күләме айына яҡынса 1 миллиард һум кимәлендә ҡала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас