А/хужалығы
21 Мая , 03:39

Агросәнәғәт комплексына кадрҙар әҙерләнә

Башҡортостанда  «Агросәнәғәт комплексына кадрҙар» федераль проектын тормошҡа ашырыуға 654 миллион һум йүнәлтеләсәк, шуның 641 миллионы — федераль ҡаҙнанан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Агросәнәғәт комплексына кадрҙар әҙерләнәАгросәнәғәт комплексына кадрҙар әҙерләнә
Агросәнәғәт комплексына кадрҙар әҙерләнә

Был хаҡта Хөкүмәт ултырышында Вице-премьер —ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Былтыр программаны финанслау күләме 950 миллион һумдан ашҡан. Был аҡсаға Башҡорт дәүләт аграр университеты корпустарының береһе реконструкцияланған, 160 уҡыусыға иҫәпләнгән ике агротехнология класы асылған. Шулай уҡ аграр университет хеҙмәткәрҙәренең 16 ғаиләһенең торлаҡ шарттары яҡшыртылған. 67 предприятие 274 хеҙмәткәрҙе уҡытыуға киткән сығымдары ҡаплауға дәүләт ярҙамы алған. 29 ойошма производство практикаһын үткән 354 студенттың хеҙмәт хаҡы сығымдарын ҡаплаған. 42 уҡытыусы дәртләндереү түләүҙәре алған.

""Агросәнәғәт комплексына кадрҙар" федераль проектының маҡсаты - 2030 йылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларын 95 процентҡа квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү.

2026 йылда уҡытыу инфраструктураһын яңыртыуға 447 миллион һум йүнәлтелә, шуның 411 миллион һумы БДАУ-ың өсөнсө корпусын капиталь ремонтлауға һәм йыһазландырыуға бүленә, объектта эштәр башланған. Ете агрокласты асыу 36 миллион һумға төшәсәк, сентябрҙән уларҙы Борай, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Кушнаренко һәм Шишмә райондарында сафҡа индерәсәктәр. Тағы 49,5 миллион һум — студенттарҙың практика үтеүенә бизнес сығымдарын компенсациялауға, 25,6 миллион һум хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға йүнәлтеләсәк. 9,8 миллион һум педагогтарға дәртләндереү түләүҙәренә ҡаралған.

Быйылдан проект яңы йүнәлеште — «Агропрофи»ны үҙ эсенә ала. Уның буйынса аграр колледждар матди-техник базаны үҫтереүгә гранттар ала башлаясаҡ. Был маҡсатҡа 122 миллион һум бүленәсәк. Улар араһында Аксенов һәм Урал Аръяғы агросәнәғәт колледждары бар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас