

Был 2025 йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 1 мең тоннаға, йәғни 8 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығында.
Төбәктең аҙыҡ — түлек эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары ошо осорҙа продукцияһын башлыса Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан һәм Төркиә илдәренә оҙатҡан.
Атап әйткәндә, Башҡортостандан 11,2 мең тонна он, 1 мең тонна көрпә, 198 тонна ярма һәм 14 тонна солода экспортланған. Сит илгә ебәрер алдынан бөтә продукция Россельхознадзор лабораторияһында тикшерелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының маҡсаты - 2030 йылға агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауҙы 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға арттырыу.