

Проектҡа инвестициялар 2,6 миллиард һум тәшкил иткән.
Һаҡлағыс «Урожай» компанияһының селекция - орлоҡсолоҡ үҙәге составында төҙөлгән. Оло Күл ауылы эргәһендә урынлашҡан элеваторҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булды.
"Иген бында һаҡланып ҡына ҡалмай — киптереү, таҙартыу һәм калибрлау үтәсәк. Бындай заманса комплекстар республикаға бик кәрәк, сөнки беҙҙең уңыш йылына 4-5 миллион тоннаға етә", - тине Радий Хәбиров.
Ошо уҡ инвестор республикала тағы ла ике ошондай объект һәм ҙур һөтсөлөк-тауар фермаһы төҙөй.
«Урожай» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Радик Рафиҡов һөйләүенсә, орлоҡсолоҡ үҙәге майҙансығында силостарҙы — вертикаль бункерҙарҙы — һәм игенде ҡабул итеү, таҙартыу һәм киптереү буйынса технологик ҡорамалдарҙы монтажлау тамамланған. Объектта сафҡа индереү-көйләү эштәре үткәрелә. Предприятиела 60-ҡа яҡын кеше эшкә урынлаша ала.
Компания был инвестиция проектын 2025 йылдың ғинуарында тәҡдим иткән була. Элеватор республикала совет осоронан һуң төҙөлгән иң ҙур элеватор. Проект өҫтөнлөклө статус алған, инвесторға инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшө бюджеттан ҡапланасаҡ.