

Әлеге көнгә, 40,3 мең гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө, ә 695 мең гектарҙа майлы культуралар сәселгән.
Сөгөлдөр сәселгән майҙан 8 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта көнбағыш, рапс һәм башҡа культуралар сәселгән баҫыуҙар уртаса 8 процентҡа артҡан.
Иң күп майлы культуралар Стәрлетамаҡ районында сәселгән - 46 мең гектар. Икенсе урында — 39,4 мең гектар менән Көйөргәҙе районы, өсөнсөлә — 32,2 мең гектар менән Федоровка районы.
Бының сәбәбе, етештереүселәргә көнбағыш үҫтереү отошлораҡ, сөнки ул иң үтемле культураларҙың береһе, шул уҡ ваҡытта шәкәр сөгөлдөрө менән эшләү техник яҡтан ҡатмарлыраҡ, ә килем түбән.
"Картуф йәки сөгөлдөр сәсеүҙә һәм үҫтереүҙә сығымдар бер үк. Әммә картуф шунда уҡ һаҡланыуға йәки һатыуға китә, ә шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртергә кәрәк. Шунда уҡ аҡса биргән культураны сәсеү еңелерәк. Майлы культураларҙа маржиналлек юғары кимәлдә ҡала. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙең үҙҡиммәте арта, ә маржиналлек кәмей. Өҫтәүенә үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән проблемалар бар. Орлоҡтар менән дә шул уҡ хәл улар тотороҡһоҙ, импорт гибридтар кеүек һәр ваҡыт гарантияланған һөҙөмтә бирмәй. Ауыл хужалығы етештереүселәренең финанс хәле бик ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, бындай юғары технологиялы культураларҙы үҙләштереүгә аҡса етмәй», — ти РАНХиГС- тың Халыҡ ара агробизнес һәм аҙыҡ түлек хәүефһеҙлеге үҙәге етәксеһе Анатолий Тихонов.
Бынан тыш, Башҡортостанда шәкәрҙең артыҡ етештерелеүе күҙәтелә, был да уны һатып алыу хаҡтарының түбәнәйеүенә килтерә, тип өҫтәне эксперт.