

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, төбәк аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен тамамлаған тиерлек. Яҙғы культуралар планлаштырылған майҙандарҙың 95 процентында сәселгән – был яҡынса 1,9 миллион гектар, шул иҫәптән 1 миллион гектар самаһы бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары. Иң ҙур сәсеүлек майҙандары Баймаҡ, Илеш һәм Стәрлетамаҡ райондарына тура килә.
707 мең гектарҙы майлы культуралар сәсеүлектәре биләй. Шәкәр сөгөлдөрө 40 мең гектарҙа ултыртылған.
Хужалыҡтарҙа химик утау һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү бара, ошо көндәрҙә мал аҙығы әҙерләү эше башлана.
Баҫыу эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн төбәк аграрийҙары йылдан-йыл ауыл хужалығы машиналарының техник паркын яңырта. Мәҫәлән, йыл башынан 5,5 миллиард һумға 845 берәмек техника һатып алынған.
Башҡортостан Башлығы ауыл халҡына яҙғы сәсеү осорондағы тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ агромиҙгелдең беренсе этабын үттек. Ул еңел булманы, әммә план күрһәткестәрен үтәүгә өлгәштек. Бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Аграрийҙарыбыҙға артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем.