А/хужалығы
18 Июня , 02:30

Заманса индустриаль фермалар төҙөлә

2018-2025 йылдарҙа Башҡортостанда дөйөм алғанда 50 һөт фермаһы  яңыртып төҙөлгән, улар республикалағы бөтә тауар һөтөнөң яртыһын етештерә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Заманса индустриаль фермалар төҙөләЗаманса индустриаль фермалар төҙөлә
Заманса индустриаль фермалар төҙөлә

Һыйырҙар һаны буйынса республика ил төбәктәре араһында икенсе урынды биләй (317 мең). Был малсылыҡ хужалыҡтарына 2025 йыл йомғаҡтары буйынса 1,5 миллион тонна самаһы һөт, шул иҫәптән 781 мең тонна тауар һөтө етештерергә мөмкинлек биргән. Был тармаҡта инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булған.

Төбәктә малсылыҡ комплекстарын төҙөүгә һәм модернизациялауға бөтәһе 28 миллиард һум аҡса һалынған. Иң ҙур объекттар иҫәбендә Ауырғазы районында 6,5 мең һыйырға иҫәпләнгән «Уңыш «һөт фермалары» предприятиеһы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районында 3,5 мең һыйырға иҫәпләнгән Калинин һөт-тауар комплексы бар.

- Һөт малсылығында ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тоҡомло малсылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә, – ти вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – 2018 йылдан алып республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 8 миллиард һумға  һөт тоҡомло йүнәлешендәге 46 мең баш мал һатып алған.

2026 йылдың аҙағына тиклем тармаҡ дөйөм хаҡы 8 миллиард һумлыҡ тағы ла ете инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуҙы тамамлау күҙаллана.

Стәрлетамаҡ районында «Рощинский» ауыл хужалығы предприятиеһында инвестиция күләме 6 миллиард һумлыҡ 4,5 мең һыйырға иҫәпләнгән фермаһы төҙөлә башлай.

      Агросәнәғәт комплексының малсылыҡ йүнәлешен артабан үҫтереү стратегияһы 2030 йылға тауар һөтөн етештереү күләмен 1 миллион тоннаға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.

     Ошоноң менән бергә төбәктә сеймал эшкәртеү үҫә. Мәҫәлән, 2026 йылда Мәләүез һөт-консерва комбинатының ҡоро һөт һәм балалар өсөн аҙыҡ компоненттарын етештереү проектын тамамлау күҙаллана. Ә Өфө һөт заводы һөт етештереү күләмен тәүлегенә 500 тоннаға тиклем арттырыу маҡсатында үҙенең ҡеүәтен яңыртыуға тотона.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас