

«Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы 35 йылдан ашыу эшләй. Ауыл хужалығы ерҙәренең дөйөм майҙаны 17 мең гектарҙан ашыу, шуларҙың 12 мең гектары һөрөнтө ерҙәр.
2025 йылда предприятие 30 мең тоннаға яҡын иген һәм 6 мең тоннаға яҡын көнбағыш йыйған. Иген культураларының уртаса уңдырышлылығы гектарынан 47 центнерҙан ашыу тәшкил иткән, был республика буйынса уртаса күрһәткестән 1,8 тапҡырға тиерлек юғарыраҡ. Хужалыҡ шулай уҡ юғары продуктлы ауыл хужалығы культуралары сорттарының орлоҡтарын үҫтерә һәм һата.
Предприятиеның 2 750-нән ашыу баш малы бар, шул иҫәптән һауын һыйырҙары. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса һөт етештереү 12,7 мең тоннаға еткән.
- Ҡеүәттәрҙе арттырыуҙы дауам итәбеҙ һәм яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра башланыҡ. 2026 йылда һуғарыу системаһы өсөн майҙансыҡ әҙерләйбеҙ. Малдар өсөн яңы корпустар төҙөйбөҙ, был һөт күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк, – ти Евгений Пожидаев.