А/хужалығы
9 Июль , 02:30

Иген экспорты һиҙелерлек артҡан

Республикабыҙҙың ауыл хужалығы продукцияһы сит илдәрҙә ҙур ихтыяж менән файҙалана.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Иген экспорты һиҙелерлек артҡанИген экспорты һиҙелерлек артҡан
Иген экспорты һиҙелерлек артҡан

Быйылғы йылдың тәүге яртыһында Башҡортостандан сит илгә сығарылған иген һәм уны эшкәртеү продукцияһы күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға артҡан. Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алты ай эсендә ситкә 186 мең тонна самаһы продукция оҙатылған.
Экспорттың төп өлөшөн бойҙай (63 мең тоннанан ашыу), етен, арпа, борсаҡ һәм рапс тәшкил итә. Бөтә партиялар ҙа «ВНИИЗЖ» лабораторияһында ентекле тикшереү үткән. Белгестәр продукцияның сифатлы булыуын һәм халыҡ-ара талаптарға тулыһынса яуап биреүен раҫланы: бер ниндәй ҙә ҡоротҡостар йәки карантин организмдары асыҡланмаған.
Бөгөн республика аграрийҙары үҙ продукцияһын 11 илгә, шул иҫәптән Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Әзербайжан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмерлектәренә ебәрә. Быйылғы яңылыҡтарҙың береһе — Марокко баҙарына сығыу. Шул уҡ ваҡытта Европа илдәренә (Германия, Бельгия, Швейцария) тауар ебәреү ваҡытлыса туҡтатылып тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас