А/хужалығы
22 Июля , 09:27

Һөт етештереү буйынса күрһәткес яҡшыра

Башҡортостанда һөт етештереү тотороҡло үҫеш күрһәтә. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында төбәктәге ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар 410,3 мең тонна тауар һөтө етештергән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һөт етештереү буйынса күрһәткес яҡшыраҺөт етештереү буйынса күрһәткес яҡшыра
Һөт етештереү буйынса күрһәткес яҡшыра

Был — былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 4,3 процентҡа юғарыраҡ күрһәткес.

Етештереүҙең төп өлөшө — 83 проценты — эре хужалыҡтар иҫәбендә. Улар 340,6 мең тонна һөт һауып, үткән йылғы кимәлде 8,7 процентҡа арттырыуға өлгәшкән.

Һөт етештереү лидерҙары исемлегендә традицион рәүештә алдынғы райондар бара. Саҡмағош районы 46 мең тоннанан ашыу һөҙөмтә менән беренсе урынды биләй. Икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстарҙа — Ауырғазы (42 мең тоннанан ашыу) һәм Илеш (35 мең тоннанан ашыу) райондары. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондары ла һөт етештереүҙә юғары күрһәткестәр күрһәтеп, иң яҡшылар рәтендә килә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас