А/хужалығы
28 Июль , 10:42

Күрһәткестәр былтырғынан күпкә юғары

Башҡортостан баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре ҡыҙа бара. Быйылғы уңыш күләме аграрийҙарҙы һөйөндөрә: иген культураларының уртаса уңышлылығы гектарына 45,5 центнерға еткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана    

Күрһәткестәр былтырғынан күпкә юғарыКүрһәткестәр былтырғынан күпкә юғары
Күрһәткестәр былтырғынан күпкә юғары

Был — үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 13,5 центнерға күберәк тигән һүҙ.

Әлегә республиканың 30 районында техника гөрөлдәй. Игенселәр иртә ужым культураларын, башлыса бойҙайҙы йыйыуға төшкән.  Июль аҙағына булған мәғлүмәттәр буйынса, 61 мең гектар майҙанда уңыш йыйып алынған, был дөйөм сәсеүлектең 4 процентын тәшкил итә. Тулайым иген күләме 52 мең тоннаға еткән.

Статистикаға күҙ һалһаҡ, ужым бойҙайы гектарынан 47 центнер бирһә, ужым арышы 21 центнер тәшкил итә.

Урып-йыйыу кампанияһында алдынғылар ҙа билдәле. Әлегә иң күп игенде Ауырғазы районы аграрийҙары һуҡҡан — 13,5 мең тонна. Уларҙан Ҡырмыҫҡалы (13,2 мең тонна) һәм Стәрлетамаҡ (12,1 мең тонна) райондары ла ҡалышмай.

Быйыл һауа торошо ла, агротехник саралар ҙа уңышлы килде, күрәһең, шуға ла урып-йыйыу эштәре былтырғыға ҡарағанда иртәрәк башланды.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас