А/хужалығы
30 Июля , 06:54

Хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү ҡыҙған осор

Республиканың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡышҡы осорға мал аҙығы әҙерләүҙе көсәйтте. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана   

Хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү  ҡыҙған осорХужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү  ҡыҙған осор
Хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү ҡыҙған осор

Ағымдағы йылдың 29 июленә булған мәғлүмәттәр буйынса, баҫыуҙарҙағы үләндәрҙең яртыһы тиерлек сабып алынған — был 311 мең гектар майҙанды тәшкил итә.
Аграрийҙар төп иғтибарҙы сенаж һәм бесән әҙерләүгә йүнәлтә. Хәҙерге ваҡытта хужалыҡтарҙа 808,5 мең тонна сенаж һалынған, был планлаштырылған күләмдең 75 проценты тимәк. Шулай уҡ 90 мең тоннаға яҡын бесән дә йыйып алынған.
Бөгөнгө күрһәткестәр буйынса, бер шартлы мал башына 11 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә. Был һөҙөмтә малсылыҡ тармағының киләһе ҡышты имен-аман сығыуына һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ҡуйылған милли бурыстарҙы үтәүгә ышаныслы нигеҙ булып тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас