А/хужалығы
5 Августа , 03:26

«Экопродукт» компанияһы милли ризыҡты заманса технологиялар менән үҫтерә

Эшҡыуарлыҡ мөхитендә Баймаҡтан «Экопродукт» предприятиеһы үҙенең әүҙемлеге менән айырылып тора. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана   

«Экопродукт» компанияһы милли ризыҡты заманса технологиялар менән үҫтерә«Экопродукт» компанияһы милли ризыҡты заманса технологиялар менән үҫтерә
«Экопродукт» компанияһы милли ризыҡты заманса технологиялар менән үҫтерә

2022–2025 йылдар арауығында компания продукт етештереүҙе үҫтереүгә һәм яңыртыуға 180 миллион һумдан ашыу шәхси инвестиция йүнәлткән.

2018 йылдан алып эшләп килгән был предприятие һөт сеймалын тәрән эшкәртеүгә, бигерәк тә йылҡы һөтөнән шифалы ризыҡтар әҙерләүгә махсуслашҡан. Бөгөн бында тәбиғи ҡымыҙҙан алып, ҡоро һөт, аҡ май, хатта косметика һәм биологик актив өҫтәмәләр (капсулалар, таблеткалар) етештерелә. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған цехтар, үҙ лабораторияһы һәм төрөү линиялары продукцияның сифатын юғары кимәлдә тоторға мөмкинлек бирә.

«Экопродукт» тик етештереү менән генә сикләнеп ҡалмай, фәнни яҡтан да ҙур эштәр алып бара. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә ҡымыҙ менән дауалау буйынса махсус реабилитация программалары эшләнгән. Ә Мәскәү дәүләт университеты ғалимдары менән хеҙмәттәшлектә компания үҙенең ватан әсеткеләрен булдырыу өҫтөндә эшләй. Был проект импортты алмаштырыу сәйәсәтенә ҙур өлөш индерә һәм пробиотиктар етештереүҙе яңы кимәлгә сығара.

Предприятие продукцияһы киң ҡулланыусыға таныш: уны «Һөт кухняһы», «Самокат» сервисы, «Башспирт» селтәре аша һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ тауарҙар Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға экспортлана.

Киләсәккә пландар ҙа бик етди: етештереү күләмен арттырыу, экспорт географияһын киңәйтеү һәм үҙ әсеткеләрен сериялы етештереүгә сығарыу. Бынан тыш, компания социаль яуаплылыҡты ла онотмай — ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы сиктәрендә хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөү проектын тормошҡа ашырырға әҙерләнә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас