

Июль уртаһында килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙы бөтөрөү өсөн федераль министрлыҡтар менән берлектә квоталар арттырылған. Һөҙөмтәлә, әгәр ай башында көнөнә 200 тоннаға тиклем генә дизель яғыулығы оҙатылһа, хәҙер был күләм 420 тоннаға еткән. Был хәлде тотороҡландырырға һәм эштәрҙе туҡтатмай алып барырға ярҙам итә.
Әле баҫыуҙарҙа урып-йыйыу эштәре ҡыҙыу бара. Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың яртыһынан күбеһе (57 проценты) йыйып алынған, мал аҙығы әҙерләү ҙә шул уҡ темпта бара. Август уртаһынан яҙғы культураларҙы урып-йыйыуға тотонасаҡтар.