А/хужалығы
6 Августа , 03:59

Игенселәр 700 мең тонналыҡ сикте үтте

Республика баҫыуҙарында уңыш йыйыу ҡыҙыу бара. Әлегә булған мәғлүмәттәр буйынса, иген, ҡуҙаҡлы һәм майлы культураларҙың дөйөм күләме 700 мең тоннанан артҡан.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Игенселәр 700 мең тонналыҡ сикте үттеИгенселәр 700 мең тонналыҡ сикте үтте
Игенселәр 700 мең тонналыҡ сикте үтте

Бөгөнгө көндә республиканың 47 районында уңыш йыйыу эштәре әүҙем бара. Игенселәр ужым культураларын, борсаҡ, арпа һәм һолоно урып-йыйыу менән мәшғүл.

Айырыуса уңышлы эшләгән райондар ҙа билдәле. Дүрт районда һуғылған иген күләме 50 мең тоннанан ашып киткән. Лидерҙар исемлеген Стәрлетамаҡ районы етәкләй – улар 76 мең тонна уңыш йыйған. Ауырғазы районында был күрһәткес 64 мең тоннанан ашһа, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондарында 53-әр мең тонна иген келәттәргә оҙатылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республика буйынса иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,245 миллион гектар майҙанда үҫтерелгән, ә техник культуралар 785 мең гектарҙы биләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас