А/хужалығы
12 Августа , 05:29

Башҡортостан он экспортын һиҙелерлек арттырҙы

Быйылғы йылдың тәүге ете айында Башҡортостандан сит илгә 21,4 мең тонна он оҙатылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан он экспортын һиҙелерлек арттырҙыБашҡортостан он экспортын һиҙелерлек арттырҙы
Башҡортостан он экспортын һиҙелерлек арттырҙы

Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, күрһәткес 46,4 процентҡа күтәрелгән (былтыр 14,6 мең тонна булған).

Дөйөм алғанда, ғинуарҙан июлгә тиклем республиканан 346 партия он экспортланған. Төп һатып алыусылар иҫәбендә — Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан.

Экспортҡа ебәрелер алдынан һәр партия ҡәтғи тикшереү үтә. Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре һәм «ВНИИЗЖ» лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре продукцияның сифатын һәм хәүефһеҙлеген ентекләп тикшергән. Лаборатория һынауҙары күрһәтеүенсә, онда бер ниндәй ҙә карантин организмдары йәки ҡоротҡостар булмаған, ул халыҡ-ара стандарттарға тулыһынса тап килгән.

Исегеҙгә төшөрәбеҙ, был уңыштар «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты — илдең ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күләмен 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға арттырыу һәм был тармаҡтағы иҡтисади күрһәткестәрҙе яңы кимәлгә сығарыу.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас