А/хужалығы
26 Августа , 14:10

Башҡортостан ғалимдары ауыл хужалығын яңыртыуға ҙур өлөш индерә

Август аҙағында Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут республика Башлығы Радий Хәбиров менән берлектә Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә булды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан ғалимдары ауыл хужалығын яңыртыуға ҙур өлөш индерәБашҡортостан ғалимдары ауыл хужалығын яңыртыуға ҙур өлөш индерә
Башҡортостан ғалимдары ауыл хужалығын яңыртыуға ҙур өлөш индерә

Юғары дәрәжәле ҡунаҡтар төбәктең аграр тармағын фәнни яҡтан тәьмин итеүсе төп үҙәктәрҙең береһе – Биохимия һәм генетика институтының эше менән яҡындан танышты.
Үҙәк директоры Василий Мартыненко билдәләүенсә, бында ауыл хужалығы йүнәлешендә дүрт ҙур ғилми ойошма берләшкән. Улар араһында легендар селекционер Сабирйән Ҡунаҡбаев кеүек күренекле ғалимдарҙың эшен дауам итеүселәр бар. Бөгөн институт Волга-Урал төбәгендә молекуляр биология, генетика һәм биотехнологиялар буйынса алдынғы үҙәк һанала. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар төрлө кимәлдәге гранттар ярҙамында 30-ҙан ашыу мөһим проектты тормошҡа ашырған.
Сәфәр барышында министр менән республика Башлығы «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә асылған заманса лабораторияларҙы ҡараны. Улар үҫемлектәрҙең геномын өйрәнеү, уңышты арттырыуҙың биологик механизмдарын асыҡлау һәм малсылыҡта инновацион технологияларҙы ҡулланыу буйынса тикшеренеүҙәр менән ҡыҙыҡһынды.
Оксана Лут Башҡортостан ғалимдарының аграр секторҙы үҫтереүҙәге ролен юғары баһаланы. Уның һүҙҙәренсә, республика белгестәре эшләгән ДНК-маркерҙар һәм селекция өлкәһендәге яңылыҡтар ил кимәлендәге күрһәткестәрҙе үтәүҙә һәм ауыл хужалығын технологик яҡтан камиллаштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас