А/хужалығы
3 Сентября , 12:33

Башҡортостан игененә Рәсәй төбәктәрендә ихтыяж арта

Республика ауыл хужалығы продукцияһын сит өлкәләргә сығарыу күләмен һиҙелерлек арттырған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан игененә Рәсәй төбәктәрендә ихтыяж артаБашҡортостан игененә Рәсәй төбәктәрендә ихтыяж арта
Башҡортостан игененә Рәсәй төбәктәрендә ихтыяж арта

Быйылғы йылдың һигеҙ айында Башҡортостан иген һәм уны эшкәртеү продукттарын Рәсәйҙең эске баҙарына әүҙемерәк оҙатҡан — күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда 22,7 процентҡа күберәк.

Дөйөм алғанда, республиканан илдең 30-ҙан ашыу төбәгенә 387,5 мең тонна продукция ебәрелгән. Беҙҙең игенде Алтай, Краснодар, Пермь, Ставрополь крайы, Әстерхан, Брянск, Воронеж, Һарытау өлкәләре, Хмао-Югра, Татарстан, Мари Иле республикаларына тиклем теләп һатып алалар.

Экспорттың төп өлөшөн бойҙай (259,5 мең тонна) һәм арпа (78 мең тонна) тәшкил итә. Шулай уҡ көнбағыш, арыш, етен, төрлө ярмалар һәм борсаҡ та сит төбәктәргә оҙатылған.

Логистика йәһәтенән дә әүҙемлек күҙәтелә: әгәр былтыр ғинуар-август айҙарында 6,2 мең партия продукция ебәрелгән булһа, быйыл был һан 7,4 меңгә еткән. Был күрһәткестәр Башҡортостандың ил аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнағанын тағы бер тапҡыр раҫлай. Тышҡы сауҙаны  үҫтереү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") бурыстарына һәм маҡсаттарына яуап бирә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас