

Был проект — тик хужалыҡ өсөн генә түгел, бөтә район өсөн дә мөһим ваҡиға.
Комплексты төҙөүгә 210 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бында предприятиеның үҙ көсө менән бергә, «Челябинвестбанк», «Урал-Ситно» һәм Шишмә май заводы кеүек партнерҙарҙың ярҙамы ла ҙур роль уйнаған.
Техник яҡтан ҡарағанда, объект бик тәьҫирле: ике ҡеүәтле киптереү ҡоролмаһы сәғәтенә 120 тонна игенде эшкәртергә һәләтле. Иң мөһиме — идара итеү системаһы тулыһынса үҙебеҙҙең илдең программа тәьминәтенә нигеҙләнгән һәм дистанцион рәүештә эшләй. Бындай заманса ҡорамалдар уңышты юғалтыуһыҙ һәм тиҙ арала йыйып алырға мөмкинлек бирә. Яңы комплекс асылыу менән 10 кеше эшле булған, уртаса эш хаҡы ла һөйөндөрөрлөк — 80 мең һум.
Хужалыҡ етәксеһе Раил Фәхрисламов билдәләүенсә, был ҡеүәтле ҡорамалдарҙан тик үҙҙәре генә түгел, райондағы ваҡ фермерҙар ҙа файҙалана аласаҡ. Был иһә уларға үҙ продукцияһын сифатлыраҡ итеп һатырға һәм табышты арттырырға ярҙам итәсәк.
Район башлығы Айрат Әминев тантанала сығыш яһап, хужалыҡтың уңыштарына юғары баһа бирҙе:
— «Красная Башкирия» — үрнәк алырлыҡ предприятие. Уҙған йылғы 1 миллиард һумлыҡ килем — уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше. Бындай заманса ҡорамалдар менән эшләү — ҙур һөҙөмтәләргә ирешеүҙең төп шарты, — тине ул.
Проект өҫтөнлөклө статус алған, тимәк, инвесторға сығымдарҙың бер өлөшө бюджет иҫәбенә ҡайтарыласаҡ.
Әйткәндәй, 2026 йылда "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проектын (национальный проект "Технологическое обеспечение продовольственной безопасности") тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 19,8 миллиард һум бүленә. Пректтың төп маҡсаты - ауыл хужалығы производствоһының тотороҡло үҫеше өсөн шарттар булдырыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.