А/хужалығы
1 Октября , 04:34

Башҡортостанда шәкәр етештереү 36 мең тоннанан ашҡан

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 30 сентябргә Шишмә районының шәкәр заводы 171 мең тонна сөгөлдөр эшкәрткән, «Раевсахар» компанияһы — 100 мең тоннаға яҡын. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда шәкәр етештереү 36 мең тоннанан ашҡанБашҡортостанда шәкәр етештереү 36 мең тоннанан ашҡан
Башҡортостанда шәкәр етештереү 36 мең тоннанан ашҡан

Дөйөм алғанда, төбәк предприятиелары 340 мең тонна тамыраҙыҡ әҙерләгән, уларҙың 270 мең тоннаһы эшкәртелгән дә инде. Ике завод та дөйөм алғанда 36,2 мең тонна аҡ шәкәр етештергән.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы дауам итә. Әлегә сәсеү майҙандарының 62 процентында уңыш йыйыу тамамланған.

Тамыраҙыҡтың тулайым йыйымы 947 мең тонна тәшкил итә, уртаса уңыш — гектарынан 380,2 центнер килә.

Әйткәндәй, уҙған йылда «шәкәр» миҙгелендә Башҡортостандың Раевка һәм Шишмә заводтары 1,75 миллион тоннанан ашыу сөгөлдөр эшкәрткән. Предприятиелар дөйөм алғанда 238,3 мең тонна шәкәр етештергән. Был республика халҡының ихтыяждарын бер нисә тапҡырға ҡәнәғәтләндерә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас