А/хужалығы
7 Октября , 09:08

Башҡортостан иген экспортлау күләмен арттыра

Республика аграрийҙары үҙ продукцияһын сит төбәктәргә һатыуҙы әүҙемләштерҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан иген экспортлау күләмен арттыраБашҡортостан иген экспортлау күләмен арттыра
Башҡортостан иген экспортлау күләмен арттыра

Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан алып сентябрь аҙағына тиклем Башҡортостандан Рәсәйҙең башҡа субъекттарына 420 мең тоннанан ашыу иген һәм уны эшкәртеү продукттары оҙатылған. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, күрһәткес 6 процентҡа тиерлек үҫкән.
Төбәк продукцияһына ихтыяж да ҙур: ағымдағы йылда уны илдең 28 төбәгенә ташығандар. Башҡортостан игенен Алтай, Краснодар, Ставрополь крайҙары, Татарстан, Удмуртия, Мәскәү һәм башҡа өлкәләрҙә ҡабул иткәндәр. Экспортҡа сығарылған тауарҙар араһында бойҙай, арпа, көнбағыш орлоғо, етен, арыш һәм төрлө ярмалар бар.
Ауыл хужалығы продукцияһының сифатын раҫлау өсөн ведомство белгестәре 7,8 меңдән ашыу карантин сертификаты биргән. Был күрһәткес "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ярашлы республика аграрийҙарының сит ил баҙарында конкуренцияға һәләтле булыуын һәм продукция сифатының юғары кимәлдә икәнен раҫлай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас