А/хужалығы
8 Октября , 04:23

Башҡортостан агросәнәғәт техникаһын яңыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы

«Алтын көҙ» күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Росагролизинг» компанияһы етәксеһе Владимир Балтер менән осрашты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан агросәнәғәт техникаһын яңыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғыБашҡортостан агросәнәғәт техникаһын яңыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы
Башҡортостан агросәнәғәт техникаһын яңыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы

Һәйләшеүҙең төп тема — республиканың агросәнәғәт комплексын заманса техника менән тәьмин итеү һәм уны үҫтереү перспективалары.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан «Росагролизинг» менән хеҙмәттәшлек итеү күләме буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урында тора. Мәҫәлән, махсус ойошторолған «МТК-Рал-Башҡортостан» компанияһы аша 6,2 миллиард һумлыҡ 700-ҙән ашыу ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Был техникалар баҫыу эштәрендә ҙур ярҙам булып тора: ике йыл эсендә улар ярҙамында 250 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү һәм уңыш йыйыу эштәре башҡарылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙ машина-технология компанияһының эшен ойоштороу буйынса пилот төбәккә әйләнде. Башта был проектҡа 3 миллиард һум инвестиция һалыу күҙалланһа, хәҙер был күрһәткесте 10 миллиард һумға тиклем еткереү планлаштырыла.

Дөйөм алғанда, 2002 йылдан алып Башҡортостан аграрийҙары лизинг аша 31 миллиард һумлыҡ 6,7 мең берәмек техника һәм ҡорамал алған. Был аҙымдар республиканың агросәнәғәт тармағын техник яҡтан камиллаштырыуға һәм уңыш күрһәткестәрен арттырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас