

Быйылғы йәйге миҙгелдә генә лә агродрондар ярҙамында 96,4 мең гектар майҙандағы сәсеүлектәр химпрепараттар менән эшкәртелгән. Сағыштырыу өсөн: былтыр был күрһәткес 25,7 мең гектар ғына тәшкил иткән, йәғни эш күләме дүрт тапҡырға тиерлек артҡан.
Техника тик химия менән һиптереү менән генә сикләнмәй. Пилотһыҙ аппараттар ярҙамында 5 мең гектар ерҙә туҡландырыу эштәре башҡарылған, ә 350 гектар майҙандағы сәсеүлектәрҙең торошо һауанан тикшерелгән.
Был уңыштар «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты (национальный проект «Беспилотные авиационные системы») сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бөгөн Башҡортостан хужалыҡтарында 58 агродрон иҫәпләнә. Быйылғы йыл башынан ғына ла аграрийҙар 30 килограмдан ашыу йөк күтәрә алған 8 ҡеүәтле аппарат һатып алған. Бынан тыш, фермерҙарға хеҙмәт күрһәтеүсе махсус ойошмалар ҙа үҙҙәренең техник паркын әүҙем тулыландыра, был иһә ауыл хужалығы эштәренең сифатын һәм тиҙлеген яңы кимәлгә сығара.