А/хужалығы
15 Октября , 02:30

Уңыш йыйыу компанияһы тамамланыуға бара

Республиканың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре быйылғы уңыш йыйыу эштәрендә юғары күрһәткестәргә иреште. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Уңыш йыйыу компанияһы тамамланыуға бараУңыш йыйыу компанияһы тамамланыуға бара
Уңыш йыйыу компанияһы тамамланыуға бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, иген һәм ярма культураларының күләме 3,3 миллион тоннанан артҡан.
Ағымдағы йылдың 13 октябренә булған мәғлүмәттәр буйынса, баҫыуҙарҙың 97 процентында урыу эштәре тамамланған. Гектарынан уртаса 27 центнер иген алыуға өлгәшелгән. Шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу ҙа ҡыҙыу темп менән бара: әлегә майҙандарҙың 85 проценты эшкәртелгән, ә тулайым уңыш 1,3 миллион тоннаны тәшкил итә. Майлы культуралар буйынса ла һөҙөмтәләр һөйөндөрә — 860 мең тонна самаһы продукция йыйып алынған. Киләһе йылдың нигеҙе лә һалынған: ужым культуралары 300 мең гектарҙан ашыу майҙанға сәселгән.
Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, республика игенселеге хәҙер ябай ғына етештереү менән сикләнмәй, ә фәнни ҡаҙаныштарға, шул иҫәптән генетика һәм селекцияға таяна.
Төбәктең агросәнәғәт өлкәһендәге был уңыштары «Алтын көҙ – 2026» күргәҙмәһендә юғары баһаланды. Башҡортостандың стенды менән Рәсәй Хөкүмәте етәкселәре танышты, ә республиканың хеҙмәте күргәҙмәнең төп бүләге — Гран-при менән билдәләнде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас