Бөтә яңылыҡтар
Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары
5 Ғинуар 2024, 10:27

Һандуғастай моңо менән әсир итеп...

Рәхмәт ауылы клубы мөдире Зөлфирә Баһауетдинова сәхнәгә сыҡһа үҙенең һандуғастай моңло тауышы менән һоҡландыра, йырҙары менән арбалта. Сәнғәт донъяһына ғашиҡ Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында йыр-моң һөйгән, талантлы Бикбулатовтар ғаиләһендә тыуған.

12 бала үҫкән улар, барыһы ла йырлап-бейей. Әйткәндәй, Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы танылған йырсы Гөлсөм Бикбулатованың бер туған апайы. Һәләтле ҡыҙ бәләкәй сағынан артист булырға хыялланһа ла, Юлдыбай урта мәктәбен бөткәндән һуң, Магнитогорск педагогия техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған ҡыҙ эшкә төшә. Яйҡар егете Батыр Баһауетдинов менән танышып, йәштәр ғаилә ҡороп ебәрәләр. Тормош иптәшенең тыуған ауылында күркәм өй төҙөп, өс балаға ғүмер бирәләр.  
Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы 1996 йылдан Рәхмәт мәктәбендә эшләй. Ситтән тороп юғары белем ала. Йыр, рәсем дәрестәрен уҡыта. Шул уҡ ваҡытта директорҙың тәрбиәүи  эштәр буйынса урынбаҫары ла була. Ошонда уның йыр-моңға булған һәләте бик ярап ҡала. Байрамдарға концерттар әҙерләү, төрлө темаларға кисәләр үткәреү кеүек эштәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Дәртләнеп, башкөллө эшкә сума. Уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе уның уҡыусыларының уңыштарында асыҡ сағыла. Рәхмәт мәктәбенең ғорурлығы булған Руфина Мөхәмәтҡужина ғына ни тора?! Магнитогорск дәүләт университетын тамамлағандан һуң, ҡалала рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Хәҙер ул Өфөлә  «Калейдоскоп» өҫтәмә белем биреү үҙәге уҡытыусыһы. 
Руфина Рауил ҡыҙы республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, гел призлы урындар яулай. Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙының тағы ла бер ғорурланырҙай уҡыусыһы Ринат Ғаззалов. Йыр дәрестәрендә сәнғәткә һөйөү тойғоһон уятҡан уҡытыусыһына рәхмәтле ул. Моңло тауышлы егет музыка юлын һайлаған. Ринат әлеге ваҡытта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла уҡып йөрөй. Рәсәй, республика  кимәлендә үткән бәйгеләрҙә алдынғы урындар яулай. 
Эшенә яуаплы ҡараған, үҙ-үҙенә талапсан Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте БР Мәғариф министрлы- ғының Маҡтау  грамотаһы  менән билдәләнгән.
Бөгөнгө көндә  З. Баһауетдинова Рәхмәт ауылының мәҙәни усағын етәкләй. Өр-яңы клубта ҡолас ташлап эшләй, ауыл халҡының тормошон йәнләндереүгә бар көсөн һала. Ошо көндәрҙә Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы үҙенең ғүмер байрамын билдәләне. Күркәм юбилейы менән ҡотлап, киләсәктә лә матур эштәре, моңло тауышы менән әсир итеп йәшәүен теләйбеҙ.

Д. ИҘРИСОВА.

Читайте нас