Юлдаш клубы мөдире Гөлназ Әхмәтҡужина бөтә мәҙәни сараларҙы күңелле һәм йөкмәткеле итеп үткәрә. Яңы йыл, 23 февраль, 8 Март, Еңеү байрамы, балаларҙы яҡлау көнө, ололар байрамы, әсәйҙәр көнө кеүек сараларҙан тыш, район кимәлендәгеләре лә беҙҙә күп уҙғарыла. «Ағинәйҙәр ҡоро», район ветерандарының «Хаҡлы ялығыҙ — хөрмәткә лайыҡ» исемле сараһы, һаулыҡ мөмкинлектәре көнөнә арналған «Рухы көслө баш эймәҫ» йыр бәйгеһе, махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштарыбыҙ Вадим Баһаув менән Айнур Мофаззалов иҫтәлегенә бағышланған көрәш бәйгеһе Юлдаш клубында юғары кимәлдә ойошторолдо.
Тамъян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡман иҫтәлегенә таҡтаташ асыу, МХО яугире Вадим Баһаув иҫтәлегенә ул уҡыған Юлдаш мәктәбендә таҡтаташ асыуҙа Гөлназ Фәсхетдин ҡыҙының ҡатнашлығы тос булды.
Район мәҙәниәт һарайында үткән «Шәп инәй», «Гүзәлкәй», өлгөлө башҡорт ғаиләһе конкурстарында Гөлназ Әхмәтҡужина әҙерләгән юлдаштар призлы урындар яуланы.
Юлдаштар һәм юнайҙарҙы командаларға бүлеп, сәмле ярыш ойоштороу, шулай уҡ боронғо йола буйынса ҡунаҡ саҡырыуҙы тергеҙеп, Юнайҙар Юлдашҡа ат егеп ҡунаҡҡа килделәр. Иҫтә ҡалырлыҡ шәп тамаша булғайны ауыл халҡы өсөн.
Шәжәрә, «Мөғжизәләр яланы», «Быйма байрамы», балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар ҙа ойошторола. Барлыҡ сараларҙы матур итеп үткәреү өҫтөнә, бүләктәр ҙә тапшыра, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бергәләп бай табын да әҙерләйҙәр. Ауыл тормошон йәнләндереп, халыҡты берләштереп йөрөгән Гөлназ Фәсхетдин ҡыҙына артабан да уңыштар ғына теләйбеҙ.
Кинйәбикә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Юлдаш ауылы.