Уҡытыусы һәр кемдең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла. Беҙ уҡытыусыларға матур кәңәштәре, ғәҙел баһалары, ҡыҙыҡлы дәрестәре өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ.
Бөгөнгө һүҙем шундай уҡытыусыларҙың береһе — Дилара Атила ҡыҙы тураһында. Ул ысын-ысындан үҙ эшенең оҫтаһы. Балаларға ҡатмарлы математика фәненең серҙәрен өйрәтә, һандарҙың мауыҡтырғыс донъяһы менән таныштыра. Балалар менән уртаҡ тел табып, дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм юғары кимәлдә ойоштора. Уҡыусылары дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, төрлө юғары уҡыу йорттарына инәләр. Күптәре остаздарының юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлауы — оло ғорурлыҡ.
Коллегалары, ата-әсәләр, ауылдаш-тары араһында сикһеҙ ихтирамға лайыҡ Дилара Атилла ҡыҙы эшенән йәм табып йәшәй, бар ғүмерен яратҡан һөнәренә арнаған.
Д. Хөсәйенованың утыҙ йылға яҡын тырыш хеҙмәте Башҡортостан Респуб-ликаһының мәғариф алдынғыһы тигән исем һәм район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде.
Тормош иптәше Булат Хөсәйенов менән татыу ғаилә ҡороп, ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Үкенескә күрә, Булат Бәхтийәр улы мәрхүм булып ҡуйҙы. Бөгөнгө көндә Дилара Атила ҡыҙы балаларына һөйөклө әсәй, ейәндәренә хәстәрлекле өләсәй, ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәләре өсөн өҙөлөп тора.
Хөрмәтле уҡытыусының күңеленә ятҡан матур шөғөлдәре лә күп. Өй тултырып, күҙҙең яуын алып торған гөлдәр үҫтерә. Ниндәй генә төҫтәре, төрҙәре юҡ?! Ә баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләге ишелеп уңыш бирә. Дилара Атила ҡыҙы ҡул эштәренә лә оҫта. Ҡупшы итеп хәситәләр, муйынсаҡтар эшләй. Күҙ яуын алған матур биҙә-үестәрҙе бүләк итеп дуҫтарын, туғандарын ҡыуандыра. Белгәнен башҡаларға лә өйрәтә.
Эшендә лә, өйөндә лә өлгөр, хөрмәтле Дилара Атила ҡыҙын юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Алдағы көндәрҙә лә арымай-талмай, тормош ҡыйынлыҡтарына бирешмәй, балаларына терәк-таяныс булып ғүмер итһен.
Яратҡан эшенең оҫтаһы булған уҡытыусыға еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар юлдаш булһын.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.