Бөтә яңылыҡтар
Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары
28 Февраль 2025, 11:07

Йырлап асыла күңел

Үткәндәргә кире ҡайтып буламы? Әлбиттә! Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район вокал бәйгеһе хәтирәләрҙе яңыртып үткәндәргә алып ҡайтты. Йәнгел урта мәктәбендә уҙған ретро йырҙар конкурсы «Үткәндәргә ҡайтыу» тип аталды.

Тәүге тапҡыр үткән моңло, музыкаль сараның инициаторы Йәнгел мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Р. Х. Сәйфуллина. Шуға күрә лә ул ошо белем усағында уҙҙы. Рәзилә Харис ҡыҙының идеяһын музыка һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыларының район методик берекмәһе һәм мәғариф бүлеге хуплап күтәреп сыҡҡан һәм бәйгенең юғары кимәлдә үтеүенә бөтә Йәнгел урта мәктәбе коллективы ҙур тырышлыҡ һалған.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы иҫ киткес шәп әҙерлек менән ҡаршы алды йәнгелдәр. Зал, сәхнә биҙәлеше йәһәтенән үк үткәндәр мөхитенә алып ҡайтты. Ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле сценарий төҙөлгәйне. Йәғни конкурсанттар һәм уларҙың терәк төркөмдәре булған тамашасылар «Йәнгел урта мәктәбе» авиакомпанияһының 90-60 рейсында үткәндәргә сәйәхәткә сыҡты.

Самолет капитаны, Йәнгел урта мәктәбе директоры тамаша «пассажирҙарына» ретро-экскурсиянан ҡәнәғәтлек тойғоһо алып ҡайтыуҙарын, ә бәйгеселәргә уңыштар юлдаш булыуын  теләне. Өлкән пилот — ойоштороусы Р. Х. Сәйфуллина йондоҙло осошҡа фатиха бирҙе.

Авиабортта ностальгия рухы менән һуғарылған йәйғорлы, романтик атмосфера хаким итте. Сараны алып барыусы стюардессалар борттың 90-сы, 80-се, 70-се, 60-сы йылдар сигенән үтеүен иғлан итеп, һәр дәүергә хас һүҙҙәрҙе, хаҡтар һәм әйберҙәрҙе, аббревиатураларҙы иҫкә төшөрттөрөп тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе. Туҡталҡа һайын конкурсанттар шул осорҙоң хиты булған йырҙар менән сығыш яһаны.

Гран-при «Ынйыҡай» триоһында (Гусев)
Гран-при «Ынйыҡай» триоһында (Гусев)

Баҡтиһәң, уҡытыусылар белем генә биреп ҡалмай, моңло итеп йырлай ҙа икән! Уйлап ҡараһаң, 90-сы йылдар әле генә булған кеүек ине. Ә күпме һыуҙар аҡҡан, ғүмер үткән! Беҙ йырлап үҫкән популяр йырҙар, бөгөн ретро тигән тамға аҫтында яңғырап, күңелде хәтирәләр менән солғаны. Ишҡол урта мәктәбенең «Йәйғор» триоһы (етәксеһе Г. Б. Йәмилхина) башҡарған «Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ» йыры хәҙерге көндә лә бик көнүҙәк. Яу ҡырындағы ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләп башҡарылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың өмөт, ышаныс тулы йырына шулай уҡ Әбделмәмбәт урта мәктәбенең «Дуҫлыҡ» дуэты ла (Г. Х. Моратшина һәм Р. А. Сафина) мөрәжәғәт итте. Тиҙерәк туҡтаһын һуғыш!

Мөхәббәт йырҙары үлемһеҙ. Фирҙәр Мортазин ижадынан «Сирендәр» йырын хәҙерге көндәрҙә лә йыш яңғырай. Ретро йырҙар конкурсында Михайловка урта мәктәбе уҡытыусылары Д. М. Миңдейәрова һәм А. М. Йәркәев дуэты был йырға үҙҙәренең йөрәк тауышын өҫтәне. Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Н. Ф. Илһамова Хәниә Фәрхи репертуарынан «Ҡышҡы сейә»не үҙенсә генә хисле итеп йырланы. Рәхмәт мәктәбенән М. М. Әхмәҙиева көйө ауыр ғына булыуға ҡарамаҫтан, «Ғәйепләмә»не урын-еренә еткереп башҡарып сыға алды.

Музыка мэтры Салауат Низаметдиновтың үҙенсәлекле, ҡатмарлы боролоштары менән ҡабатланмаҫ йырҙары ла бәйгелә яңғырамай ҡалманы. Ташбулат урта мәктәбенең «Гәлсәр» дуэты (Л. Н. Баракова һәм Х. М. Баязитова) ике тауышҡа «Мөғжизәгә килә ышанғым» йырын башҡарһа, Амангилде урта мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Ф. Һ. Булатова моңло итеп «Күҙ нурым» йыры менән сығыш яһаны.

Дәүләт, Ишҡол, Ҡушый, Яңауыл мәктәптәре триолары
Дәүләт, Ишҡол, Ҡушый, Яңауыл мәктәптәре триолары

Тел осонда ғына торған күптәргә таныш рус йырҙарын да конкурсанттар сәхнәгә алып сыҡты. Озерный мәктәбе уҡытыусыһы Л. В. Ғайсина «Комбинация» төркөмөнөң дәртле «Два кусочка колбаски» йырын башҡарҙы. Лилиә Васил ҡыҙы 90-сы йылдар стилендәге сағыу сәхнә образы менән дә айырылды. Әйткәндәй, ул жюриның йөрәген дәртле йыры менән яулауҙан тыш, «Love is» һағыҙы менән дә «һатып алды». 80-се йылдар туҡталышында Йәнгел мәктәбенең «Созвездие» дуэты (Р. Х. Сәйфуллина, Г. И. Сәйетова) М. Боярский репетуарынан «Большая медведица» йырын жюри хөкөмөнә тәҡдим итһә, Сиҙәм мәктәбе уҡытыусыһы Л. А. Ғибәҙәтова башҡарған «Мираж» төркөмөнөң «Музыка нас связала» йырына бөтә зал ҡушылды. Красная Башкирия мәктәбенең нескә тауышлы моңло уҡытыусыһы Э. Ө. Хәкимованың «Последняя поэма» йыры күңел ҡылдарын сиртте. Һамар мәктәбенән М. Ғ. Кузнецова үҙе синтезаторҙа уйнап йырлаған һағышлы йыры менән әҫәрләндерҙе. 70-се йылдар аҙағында Ильмен фестивалендә тәүгә яңғыраған «Как здорово, что все мы здесь сегодня собрались» бард йыры ярты быуатҡа яҡын ғүмер инде популярлығын юғалтмай. Конкурста уны бөтә яҡтан һәләтле Атауҙы мәктәбе уҡытыусыһы Р. Ғ. Замалитдинова башҡарҙы. 70-сы йылдарҙа башҡорт эстрадаһында көслө, сағыу тауышы менән килеп ингән Нәзифә Ҡадирова репертуарынан «Оноттоң буғай» йырын Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы Г. Р. Илһамова башҡарыуында тыңланыҡ. Әйткәндәй, жюри был конкурсантты үҙенсәлекле юғары  тауышы өсөн айырып баһалап үтте.

Дуэттар, триолар күп тауышҡа башҡарылыуы йәһәтенән конкурстың мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Был мәктәптәрҙә профессиональ музыка уҡытыусылары эшләүенең күрһәткесе. Гусев урта мәктәбенең «Ынйыҡай» триоһы (етәксеһе Й. Л. Ғәтиәтуллина), Яңауыл, Ҡушый башланғыс мәктәптәре уҡытыусыларының «Умырзая» триоһы (Ә. Д. Йосопова) Рим Хәсәновтың «Ҡышҡы романс» һәм «Өфө йүкәләре» йырҙары менән йәшлек йылдарына алып ҡайтты.

Әбделмәмбәт, Йәнгел, Ташбулат мәктәптәре дуэттары
Әбделмәмбәт, Йәнгел, Ташбулат мәктәптәре дуэттары

Кинофильмдарҙан легендар шлягерҙар конкурсанттар иғтибарынан ситтә ҡалманы. 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы Г. Ә. Сафиуллина «Карнавальная ночь» комедияһынан «Песенька о хорошем настроении» йырын яңыртты. Дәүләт урта мәктәбе триоһы телеэкрандарға 1961 йылда сыҡҡан «Девчата» фильмынан өҙөк сәхнәләштереп, шул дәүерҙе оҫта сағылдырҙы, «Хорошие девчата, заветные подруги» йырын башҡарҙы.

Конкурс үткән быуаттың 30-сы йылдарына тиклемге арауыҡты үҙ эсенә алды. Ул ваҡыттағы йырҙар халыҡсанлығы менән айырыла. Ҡырҙас мәктәбенән Л. В. Йомағужина «Таң атҡанда» йырын, Йәнгел мәктәбенең йәш уҡытыусыһы Г. С. Сәйфуллина «Не для меня придет весна...» романсын аһәңле итеп башҡарҙылар һәм ярашлы рәүештә халыҡ вокалы номинацияһында беренсе-икенсе урындарҙы бүлештеләр.

Сығыштарҙы музыка һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыларының район меодик берекмәһе етәксеһе Р. Ф. Мөхәмәтйәнова, Т. Кусимов исемендәге гимназияның «Талисман» вокал студияһы етәксеһе Ф. М. Нөғәмәнова  һәм Йәнгел мәктәбе китапханасыһы З. Д. Саниева баһаланы. Гран-приға «Ынйыҡай» триоһы (Гусев) лайыҡ булды һәм күсмә кубок менән бүләкләнде. Киләһе йыл конкурс Гусев мәктәбендә уҙасаҡ.

I дәрәжә лауреат исеменә «Соло» номинацияһында Р. Ғ. Замалитдинова (Атауҙы), дуэттар араһында «Гәлсәр» (Ташбулат), триоларҙан — «Йәйғор» (Ишҡол) һәм инсценировка буйынса Дәүләт урта мәктәбе лайыҡ булды. Ф. Һ. Булатова (Амангилде), Н. Ф. Илһамова (гимназия), «Созвездие» (Йәнгел), «Дуҫлыҡ» (Әбделмәмбәт) дуэттары һәм «Умырзая» триоһы (Яңауыл, Ҡушый)  II дәрәжә лауреат булдылар. III дәрәжә лауреат тип Л. А. Ғибәҙәтова (Сиҙәм), М. Ғ. Кузнецова (Һамар), Д. М. Миңдейәрова һәм А. М. Йәркәев дуэты (Михайловка) бүләкләнде. Г. Р. Илһамова (Байым) — I, Л. В. Ғайсина (Озерный), Э. Ө. Хәкимова (Красная Башкирия) — II, М. М. Әхмәҙиева (Рәхмәт) III дәрәжә дипломанттар булып танылды. Жюри ағзаһы Фәнилә Мансур ҡыҙы үҙе етәкләгән «Талисман» студияныһының махсус бүләген Атауҙынан Р. Ғ. Замалитдиноваға тапшырҙы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас