Бөтә яңылыҡтар

Гөлназдың наҙлыҡай ләләләре

Гүзәл затты юҡҡа ғына сәскәгә тиңләмәйҙәр. Ә шул сәскәнең бар матурлығында балҡып асылыуы, һис шикһеҙ, эргәһендәге ир-егеттең таянырлыҡ ышаныслы кеше булыуынан торалыр ул.

Асҡар ауылынан йәш эшҡыуар Йәмил Баймырҙинды күптән беләм, намыҫлы, кешелекле, булдыҡлы булғаны өсөн ихтирам итәм. «Үәт был егеттең кәләшенә повезло!» — тип уйлауым бер раҫҡа сыҡһа, Гөлназ һылыу менән танышыуым уңышлы ир-егет артында аҡыллы ҡатын-ҡыҙ тора тигән хәҡиҡәттең дөрөҫлөгөнә ышандырҙы. Ҡыҫҡаһы, бер-береһенә тап килгәнгә, тормош арбаһын икәүләп алға тартҡанға донъялары ла, эштәре лә алға бара уларҙың.

Баймырҙиндарҙың ҡалалай ҙур йорттарына бығыса бер күреп-һөйләшмәгән Гөлназға төбәп килеүем буш-юҡтан түгел ине. Интернет-мессенджерҙарға рәхмәт, Йәмил Рафиҡ улының бик серле экспериментлы статустарын пазл йыйған кеүек рәтләп һалып, өп-өр яңы ғаилә бизнесын башлап тороуҙарын асыҡланым һәм беҙҙең район өсөн тапалмаған ят өлкә булыуына ҡыҙығып гәзиткә яҙырға һораным. «Кәләштең башланғысы, ул нимә тип әйтер», — ғаилә башлығы тура ғына ыңғай яуап бирмәне. Был һөйләшеү ҡыш башында булғайны. Хәҙер аңлайым: ул ваҡытта һөҙөмтә булырмы-юҡмы тип үҙҙәре лә икеләнгәс, был турала алдан яр һалырға теләмәгәндәрҙер. Бына шул эш ҡатын-ҡыҙҙар байрамына тап-тамам ғына булып өлгөрөп килә. Йә инде, һуҙма, нимә тигән бизнес ул тиһегеҙме? Гөлназ Сәлимйән ҡыҙы һатыуға ләлә сәскәләре үҫтерә. Ә инде уларҙы иҙән аҫтында үрсетеүен күреү бигерәк тә хайран итте.

Иҙән аҫты тигәс тә, баҙҙа түгел инде, капиталь итеп төҙөлгән йорттоң подвалындағы бер бүлмәлә тейешле температура режимын күҙәтеп, яҡтыртып тәбиғи булмаған шарттарҙа ләләләр үҫтереү өсөн шарттар булдырған Баймырҙиндар.

— Мине һәр ваҡыт подвалдың буш тороуы борсой торғайны. Өй хәтлем майҙанда нимәлер эшләргә була бит тип гелән Йәмилгә әйтеп килдем. Был яҡтан икебеҙҙең дә фекерҙәр тап килә: булғанды файҙалы итеп рациональ ҡулланыу яҡлыбыҙ. Хәҙерге заманда кеше саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, интернетҡа инә һала. Беҙ ҙә шулай, тик иғтибарыбыҙҙы юҡ-бар көлкө ҡарау урынына икәүләп төрлө бизнес-идеялар өйрәнеүгә, уларҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеген баһалауға йүнәлтәбеҙ. Ғөмүмән, үҙебеҙҙең ғаилә бизнесын йәйелдереү өсөн тапалмаған ят өлкәләр эҙләйбеҙ. Нимәнелер оҡшатып янып, дәртләнеп китәбеҙ ҙә, «һыу аҫты таштары» барлығы асыҡланһа, кире һүреләбеҙ. Ләлә сәскәләрен үҫтереү идеяһы менән яныуыма ике йыл хәҙер. Иптәшемә лә оҡшаны: «Әйҙә, башла!» — тип ҡанатландырҙы. Тик тәүге йылы орлоҡҡа, дөрөҫөрәге, сәскәнең  һуғанбаштарын һатып алыуға заказ бирергә һуңланым. Икенсе йыл урап килгәнсә, блогер-сәскәселәр тәжрибәһен тағы ла төплөрәк өйрәнеп ентекле әҙерләндем, — тип һөйләй Гөлназ Сәлимйән ҡыҙы.

Яҙҙың тәүге гөлләмәһе булған, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн символлаштырған ләләләре байрамға сәскә атып өлгөрһөн өсөн Баймырҙиндар былтырҙан эш башлай. Теплица шарттарында ләлә сәскәләрен үҫтереү миҙгеле мартта ябыла. Уларҙың төптәрен һатып алыуға заказды апрель айында биргәндә, көҙгә орлоҡ материалы менән тәьмин ителереңә ышанысың өмөтлө була, ти хужабикә. Гөлназ Краснодар крайынан бер блогер-һатыусы менән бәйләнешкә сығып, заказ эшләй. Уңғанда ла, туңғанда ла ғаилә бюджетына һиҙелерлек ҙур зыян килтермәҫ өсөн ире менән тәүге йылда 1200 төп ләлә үҫтереп ҡарарға кәңәш итәләр. Һынамаҡҡа ләләләрҙең миләүшә төҫөндәге «Гомера» һәм аҡлы-ҡыҙыллы «Карнавал де Рио» тигән сорттарын һайлайҙар. Орлоҡҡа ғына 30 мең һумдан ашыу аҡсалары китә.

Февраль айынан Баймырҙиндарҙың аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәлен тере сәскәләр биҙәй. «Ошо матурлыҡты күрер өсөн дә ләләләр үҫтереү буйынса тәжрибәгә барыуыбыҙға ҡыуанам», — ти Гөлназ. Үҙенең хеҙмәт емеше хужабикәһенең дә күңелен иркәләргә тейеш тигән ҡарарҙа гөлләмәне көн дә яңыртып тороусы Йәмил Рафиҡ улы. Ә бизнес тиерһегеҙ? Сәскәләр һатыуға ла етә. Гөлләмәләрҙең ҙур булмаған тәүге партияһы ғашиҡтар көнөндә яҡшы үткән. Ә 8 Мартҡа инде бөтә сәскәләр ҙә күҙҙәрен асҡан. Алдан килешеү буйынса ләләләрен сәскә магазиндарына ҡуясаҡтар, өйҙән дә һаталар: ҡырҡып гөлләмә итеп бәйләп тә, һуғаны менән кашпола тупраҡта үҫеп ултырған килеш тә, адрес буйынса алып барыу хеҙмәте лә күрһәтелә.

Тәбиғәт ҡанундары буйынса ләләләр ҡарҙы тишеп сығып баш ҡалҡыта. Сәскә үҫтереп һатыу бизнесы менән шөғөлләнгәндә яһалма йылылыҡ һәм яҡтылыҡ, вентиляция булдырыуҙан тыш, иң тәүҙә ошо ҡанун үтәлергә тейешле төп шарттарҙың береһе. Һуғанбаштарҙы тупраҡҡа ултыртырҙан алда һыуытыу камераларында тотоу этабы бар. Гөлназ Баймырҙина һатыусы менән ләлә һуғандарын ошо процедуранан һуң ғына ҡайтартыу тураһында килешә. Шуға күрә сәсеү материалын тик ноябрь аҙаҡтарына ғына ҡулына ала. Ҡышҡы транспортировка өҫтәмә сығымдар талап итһә лә, һыуытыу боксын ҡуйыу хаҡы уҡ булмай ул. Сәскәләр өсөн бүлмәне Йәмил Рафиҡ улы әҙерләй.

— Ул төҙөүсе лә, йылылыҡ буйынса техник та — белгес ялларға тура килмәне. Ғөмүмән, Йәмил тиҙ күтәрелеүсән кеше, башҡарыусан, яуаплы, һәр эштә кәңәшсе, уға һәр ваҡыт таянырға була. Шундай ирем булмаһа, бер үҙем әллә нимәләр ҡыйрата алмаҫ инем, —  тип тормош иптәшен маҡтап бөтә алмай хәләле.

Ноябрь-декабрь айҙары Баймырҙиндар өсөн сәскә һуғандарын әҙерләү, зарарһыҙландырыу һәм һауыттарға ултыртыу мәшәҡәттәре менән уҙа. Буласаҡ үҫентеләрҙе ваҡ нейтраль торфҡа ултырталар һәм сәскәләр торған урында йылылыҡты 10-15 градус кимәлендә тоталар. Оҙаҡламай тәүге ҡыяҡтар күренә.

— Әлбиттә, сәскәләрем бөтөнләй үҫмәҫ, тигән шигем дә булды. Сөнки тәүге тәжрибәнең нисек килеп сығыры билдәһеҙ ине. Теория менән «ҡоралланыу» — бер, ә ысынбарлыҡта ләләләр башҡа уйламаған яҡтарын да күрһәтте. Хатта, ысынын әйтәм, төшөнөлөккә бирелгән саҡтарым әҙ булманы. Әммә Йәмилдең оптимизмы рухи терәк бирҙе. Ул иртән уяныу менән сәскәләр янына төшә һәм бәләкәй генә үҙгәреште лә ҙур итеп күреп мине дәртләндерә ине, ­— ти Гөлназ.

Тырышлыҡ һәм тәрбиә һөҙөмтәһен бирә. Хужалар күҙаллағанса үҫентеләр әкренләп һабаҡҡа күтәрелә һәм тиҙҙән сәскә бөрөләре лә күренә башлай. Гөлназдың һөйөнөүе! Һөйөнөстәр менән көйөнөстәр ҙә йәнәш: ҡайһы бер төптәре бәләкәй генә килеш һәләк булһа, икенселәре үҫеп еткәс бирешә, мурт һабаҡтар сәскәгә бөрөләнгәс һынып аптырата һәм башҡалар. Бөтә сәскәселәр ҙә ҡурҡып торған «доппинг» тигән күренеш тә урап үтмәгән. Интернеттан ләләләрҙең ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү, кәрәкле микроэлементтар менән ашлау тураһында күп уҡырға тура килә. Һыуҙы ла үҫентеләргә белеп, самалап ҡойоу шарт, артыҡ дымдан һуғандар күгәрә  башлай, ә был сереүгә килтерә, ти Гөлназ. Әйткәндәй, ләләләргә бүлмә температураһындағы һыу бармай, хужабикә сәскәләрен йомшаҡ ҡар һыуы менән һуғара. Бер көндө биҫтәлә дүрт сәғәткә ут һүнеүе уларҙы йүгертеп ала. Ҡалайтһалар-ҡалайталар, электр биргәндәренсә үҫентеләрҙең өшөп харап булыуына юл ҡуймайҙар.

Февраль айынан Баймырҙиндарҙың аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәлен тере сәскәләр биҙәй. «Ошо матурлыҡты күрер өсөн дә ләләләр үҫтереү буйынса тәжрибәгә барыуыбыҙға ҡыуанам», — ти Гөлназ. Үҙенең хеҙмәт емеше хужабикәһенең дә күңелен иркәләргә тейеш тигән ҡарарҙа гөлләмәне көн дә яңыртып тороусы Йәмил Рафиҡ улы. Ә бизнес тиерһегеҙ? Сәскәләр һатыуға ла етә. Гөлләмәләрҙең ҙур булмаған тәүге партияһы ғашиҡтар көнөндә яҡшы үткән. Ә 8 Мартҡа инде бөтә сәскәләр ҙә күҙҙәрен асҡан. Алдан килешеү буйынса ләләләрен сәскә магазиндарына ҡуясаҡтар, өйҙән дә һаталар: ҡырҡып гөлләмә итеп бәйләп тә, һуғаны менән кашпола тупраҡта үҫеп ултырған килеш тә.

Гөлназдан быға тиклем баҡса үҫтереү тәжрибәһе тураһында ҡыҙыҡһындым. «Йорт-ихатаһын йәшеллеккә төрөп зауыҡ булдырыу һәр ҡатын-ҡыҙға хастыр. Үҙебеҙҙең йортҡа күсеп сығыу менән ерҙе буш һалып ҡуйғы килмәне. Тирә-яҡ һәйбәтләп кәртәләнмәнгә күрә баҡсамды һыйырҙар ашап сыҡҡан саҡтар ҙа, тау башында йәшәгәс, үҫентеләрҙе ел һындыра  һуғып бөткән мәлдәр ҙә булды. Ләкин ҡул төшөрмәнем. Йәшелсәләрҙе хәҙер теплицала үҫтерәм, асыҡ урындарға еләк ултырттым, хатта картуф ерен дә әкренләп еләклеккә әйләндереп барам. Еләктәрҙе орлоҡтан сәсеп үрсеттем, ремонтант сортлылары ғына 9 төрлө. Сәскәләрҙән йыл һайын петуниялар үҫтерәм, раузаларымды ҡырҡып тамырлатып күбәйтеп киләм. Бүлмә гөлдәре яратам, улдарым менән бергәләп төрлө экзотик емештәр орлоҡтарын сәстек, уларҙың үҫешен күҙәтәбеҙ. Ә ләләләр үҫтереү быйыл беренсе тәжрибәм генә булды», —тине ул.

Тырыш, маҡсатлы Гөлназды күберәк белгән һайын уға ихтирамым артҡандан-артты ғына. Мәктәпкәсә йәштәге ике ул әсәһенең йорт-донъя мәшәҡәттәре араһында, уҡырға, бизнес йүнәлешендә үҫешергә өлгөрөүе бары маҡтауға  лайыҡ. 12 йыл ғүмерен юғары белем эстәүгә бағышлаған гүзәл зат быйыл техник университеттың аспирантураһын тамамлаясаҡ. Икенсегә әсәй булғас, бер йылға академик отпуск алырға мәжбүр булғанында ла тик ятмай тегеү серҙәрен үҙләштерә. Яңы тыуған балаларға юрған-конверттар, кокондар тегеп һатыу менән шөғөлләнә. Тик «Вайлдберриз», «Озон» кеүек интернет-магазиндар әйләнеше был бәләкәй бизнесҡа артабан үҫергә юл бирмәй. Өйрәнгәне үҙенә тигәндәй, Гөлназ әле лә ғаиләһе өсөн түшәк кәрәк-яраҡтары, балалар кейемдәре тегә.

Ләләләрҙең киләсәге булырмы? Был һорауға яуапты Баймырҙиндар бөтә плюс-минустарын иҫәпләгәс, һуңғараҡ бирәсәк. Хужаларҙың күҙҙәрендә балҡыған дәрт-илһам миндә киләһе йылдарҙа Гөлназдың сәскәләре бөтә подвалды биләр тигән өмөт  уятты былай.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: