5-6 июндә Өфөләге «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Асыҡ Академияһы ойошторола. Бишенсе тапҡыр сара Рәсәй кимәлендә уҙғарыла.
Майҙанға бөтә илдән эксперттар, спикерҙар һәм билдәле ҡатын-ҡыҙҙар йыйыласаҡ. Республикабыҙҙың күп кенә мөйөштәрендә булып киткән «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты баш ҡала картаһына үҙенең юбилейлы билдәһен ҡуя.
2019 йылдың авгусынан алып проект 53 меңдән ашыу ҡатнашыусыны үҙ эсенә алған, Башҡортостандың 39 районында булған, Мәскәүҙә ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында күрһәтелгән, республиканың төп телеканалында - Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 19 телемарафон трансляцияланған, Өфөлә дүрт тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә үткән.
Был юлы ҡунаҡтарҙы нимә көтә? Бай эшлекле программа, лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, консультация майҙансыҡтары, күргәҙмә зоналары, танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы идеялар булдырыу һәм үҙеңдең бәхетле тормошоң өсөн илһам алыуға булышлыҡ иткән ышаныслы, йылы мөхит! Сара ҡунаҡтары араһында — психология докторы, эмоциональ интеллектты үҫтереү буйынса белгес Виктория Шиманская; «Ҡатын-ҡыҙ ҡарашы» йәмәғәт дипломатияһын үҫтереү фонды президенты Вероника Пешкова; Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Анита Цой; Рәсәй эшҡыуары, Wildberries маркетплейсына нигеҙ һалыусы һәм генераль директоры Татьяна Ким; Рәсәй телевидениеһының алып барыусыһы, тележурналист, уҡытыусы Һәм йәмәғәт эшмәкәре Арина Шарапова; Рәсәйҙең төп FDM-терапевы, остеопат, психофизиолог, Көнсығыш һәм Көнбайыш медицина практикаһын берләштергән, Начин Монгуш.
Беренсе көндә, 5 июндә, эшлекле программа планлаштырылған: лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, хәҙерге донъяла матди булмаған ҡиммәттәрҙе һаҡлау тураһында мәҙәни-ара диалог, телевизион эфирҙар ойошторола. Көнгә ижади нөктәне «НитьЯ» театрының әкиәти драмаһы ҡуя.
Икенсе көндә лә лекциялар уҙасаҡ, дискуссия майҙансыҡтары, түңәрәк өҫтәлдәр эшләйәсәк.
Ике көн дауамында республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге алдынғы белгестәре балалар һәм өлкәндәр өсөн бушлай консультациялар үткәрәсәк.
Быйыл күргәҙмә зоналары «Мәҙәни код» эгидаһы аҫтында үтәсәк. Саралағы иң йәш ҡатнашыусылар өсөн уңайлы «Бала саҡ биләмәһе» ойоштороласаҡ, унда әсәйҙәр лекция ваҡытына балаларын ҡалдыра аласаҡ.
Программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың рәсми сайтында белергә мөмкин — территорияженскогосчастья.рф. Теркәлеү мотлаҡ, ҡатнашыу бушлай.
Асыҡ Академия саралары Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.