Һүҙем Юлдаш ауылында тыуып, килен булып төшкән Ташбулат ауылына таштай батып ғүмер кисергән алдынғы биология уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Мәрфуға Муллайән ҡыҙы Ҡаһарманова тураһында булыр.
Йәнгел урта мәктәбен тик «бишле»гә генә бөткәс, башта Сибай педучилищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһына уҡый, унан Өфө педагогия институтының биология факультетын тамамлап, яратҡан һөнәренә юл яра. Хеҙмәт юлын бер урында үтә: Ташбулат балаларына тереклек донъяһының серҙәрен төшөндөрә, белем һәм тәрбиә бирә. Ул уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы, хаҡлы ялда ла уны онотмайҙар, алдынғы ҡарашлы педагог һәр сарала мәктәптең хөрмәтле ҡунағы.
Ҡайҙан килгән Мәрфуға Муллайән ҡыҙына мөғәллимлек, уҡытҡан фәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәләте? Әсәһе, Мәфтуха Хәмитйән ҡыҙы, заманына күрә юғары белем кимәлендә һаналған ете класс белемгә эйә булып, уҡытыусылар әҙерләү курсынан һуң, Юлдаш мәктәбендә хәреф танытҡан, егәрле, бала күңелле мөғәллимә була. Балаларында уҡытыусы һөнәренә ихтирам һәм һөйөү әсәһе тәрбиәһенәндер. Шулай булмаһа, ете балаһының өсәүһе юғары, береһе урта педагогик белемгә эйә булмаҫ ине. Етмәһә, апайлы-һеңлеле Мәрфуға менән Мәүлиҙә икәүһе лә биологтар, юғары категориялы уҡытыусылар, хөкүмәт тарафынан лайыҡлы баһаланғандар иҫәбендә. Мәүлиҙә хаҡлы ялға тиклем Гусев урта мәктәбендәге педагогик хеҙмәте өсөн Рәсәй Президенты грантына лайыҡ тип табылһа, артабан Магнитогорск ҡалаһы балаларына белем бирә. Ташбулат урта мәктәбендә 36 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙары Фәйрүзә Мурзина башланғыс кластар уҡытыусыһы. Нәғимйән аграр институтты тамамлай, инженер һөнәренә эйә була.
М. М. Ҡаһарманова уҡыусылары төплө белем алһын өсөн ҙур хәстәрлек күрә, биология кабинетын булдыра, өҫтәмә әсбаптар менән тулыландыра. Биология фәне ботаника, зоология, анатомия, физиология, генетика фәндәре менән бәйле һәм теория менән ғәмәли дәрестәрҙе бәйләп үткәреү талап иткән предметтан һанала. Тере организмдарҙы өйрәнеү, вирусты бактериянан айырыу, организмдағы ҡатмарлы процестарҙы, һәр үҙгәрештәрҙең формулаларын, бәйләнештәр сылбырын төшөндөрөү өсөн ныҡыш уҡытыусы балаларға дәреслектәрҙә яҙылғандарҙы аңлатыу менән генә сикләнмәй, уларҙың асылын практик хәҡиҡәттә аса. Дәрестәр бик ҡыҙыҡлы үтә, уҡыусылар лаборатор эксперименттар аша теманы ҡыҙыҡһынып өйрәнә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, тотош донъяға янаған глобаль үҙгәрештәрҙең сәбәптәрен асҡан һәләтле экологтарға әйләнә.
Белем биреү еңел эш түгел, һәр бала — үҙе бер донъя. Ҡайһылары менән айырым шөғөлләнергә лә тура килә. Әлбиттә, уҡытыусы, уҡыусы, ата-әсәһе өсмөйөшө бөтөн булғанда ғына баланы тейешле белем менән «ҡоралландырыу» мөмкин икәнлеген педагог аңлап эш итә.
Тынғыһыҙ уҡытыусыға мәктәп директорының уң ҡулы — уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып та көс түгергә тура килә. Уның яуаплылығында әллә күпме саралар, осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр, семинарҙар үтә. Ташбулат урта мәктәбе гелән алдынғылар рәтендә билдәләнә, бында, әлбиттә, Мәрфуға Муллайән ҡыҙының да фиҙаҡәр хеҙмәте өлөшө ҙур.
Мәктәп яны баҡсаһындағы эште ойоштороу биология уҡытыусы намыҫында була. Күпләп йәшелсә үҫтерәләр, мәктәп ашханаһын, интернатта ятып уҡыған балаларҙы витаминлы аҙыҡ менән тәьмин итәләр.
Ғаиләһендә тормош юлдашы Рәүеф Ҡаһарманов менән өс балаға ғүмер биреп, уларға матур тәрбиә биргән әсә лә ул Мәрфуға Муллайән ҡыҙы. Һәр балаһы тураһында ғорурланып һөйләрлек. Ҡыҙы Фирүзә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Малайҙары ла яратҡан һөнәрҙәренә эйә булып, ғаилә ҡорғандар. Әллә күпме ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, уларҙың ҡыуаныстарына күмелеп ғүмер итә ул. Әлеге мәлдә ейәнсәренең тормош ҡороу шатлығын кисерә.
Мәрфуға Ҡаһарманованың ғүмере асылы — изгелек ҡылыу, мөғәллимлек, тормош юлында осраған һикәлтәләрҙә кеше булып ҡалыу. Иң мөһиме, төрлө өлкәләрҙә үҙ юлдарын табып хеҙмәт иткән уҡыусыларының рәхмәтен, иғтибарын тойоп йәшәй ул.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Теләш ауылы.