Бөтә яңылыҡтар
Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары
24 Ноябрь 2025, 12:11

Һәр эшкә өлгөр ҡатын

Һәр ауылда йәмәғәт башланғысында бар ауыл халҡы өсөн кәрәкле эштәрҙе башлап йөрөүсе була. Юлдаштан Зилфирә Аҡмырҙина тап шундайҙарҙан.

Һуңғы бер нисә ай эсендә Юлдаш ауылына ингән ерҙә ике артобъект барлыҡҡа килде. Күп тә тормай туҡталыш  эргәһенә һәм зыярат янына бәҙрәф ултыртылды. Бөтә был эштәрҙең башында ошо ауылға килен булып төшөп, өс тиҫтә йылдан ашыу Юлдашта ғүмер кисергән Зилфирә Аҡмырҙина тора.
— Күп урындарҙа ауыл исемен күрһәткән артобъекттар ҡуйылды. Шуға Юлдаш ауылы янында ла ошондай ҡоролма ҡуйырға кәрәк тигән уйҙарымды ауылдаштарыма еткерҙем, — тип башланы һүҙен Зилфирә Тимерйән ҡыҙы ошо хаҡта һорауыма яуап итеп. — Барыһы ла риза булдылар, ватсаптағы ауыл чатына аҡса йыйырға кәрәклеген яҙҙым һәм өй һайын йөрөп аҡсаны үҙем йыйҙым. Кем күпме теләй, шунса бирҙеләр һәм кәрәкле сумма тиҙ арала йыйылды. Был аҡсаға кәрәкле материалдар барып һатып алдым.
Унан инде Зилфирә Аҡмырҙина ауылдың оҫтаһы Әхмәт ағай Моратшинға ҡоролманы үҙе яһаған эскиз буйынса эшләп биреүен үтенә. Әхмәт ағай Руслан улы  менән ҡоролманы тиҙ арала эшләп тә ҡуялар һәм уны буяп, ауылға ингән урынға ултырталар. 
Был эште аҙағына еткереү менән яңы идея менән яна башлай дәртле ҡатын. Артабан махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Юлдаш егете Айнур Ишморат улы Мофаззаловтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатын ҡуя. Тағы ла ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп, аҡса менән ярҙам итеүҙәрен һорай. Был юлы ла аҡсаны үҙе йөрөп йыя. Уның эскизы буйынса Әхмәт ағай менән Руслан Моратшиндарҙың оҫта ҡулдары биш метрлыҡ йондоҙ рәүешендә ҡоролманы эшләй, уның уртаһында батыр егеттең фотоһүрәте һәм уның тураһында белешмә урын алған. Был ҡоролманы ла матурлап буяп, «Мин яратам Юлдашты» яҙыуына йәнәш беркетеп ҡуялар.
— Ҡоролманы ултыртыу өсөн Таштимер улдары Фаяз менән Әнил һәм ирем соҡорон ҡаҙып бирҙеләр. Ҡалғанын Әхмәт ағай улы менән эшләне, — тип һөйләй Зилфирә.
Унан һуң уңған ҡатын тағы ла ауылдаштарынан йыйылған аҡсаға буяу алып, ауыл янындағы туҡталыш будкаһының буяуын яңырта.
Күптән түгел туҡталыш һәм зыярат янына бик кәрәкле булған бәҙрәф ултыртыуға өлгәшә. 
— Үтәгән ауылынан бер оҫтанан ике бәҙрәф эшләтеп алдым, машина яллап уларҙы алдырттым, буяным һәм ауылдың әүҙем ир-егеттәре соҡор ҡаҙып, ултырттылар, — тип дауам итә Зилфирә Тимерйән ҡыҙы. — Бөтә был эштәрҙе атҡарып сығыуға ауылдаштарымдың һәр береһе үҙ өлөшөн индерҙе. Барыһына ла ҙур рәхмәт.
Ошондай әүҙем ҡатындарҙың эшмәкәрлеге менән ауыл йәмләнә, йәнләнә.
Өлгөр ҡатын йәмәғәт эштәре менән булышырға ла, донъяһын гөрләтеп көтөргә лә, балаларын тәрбиәләргә лә өлгөрә. 
Борай районы ҡыҙы Юлдаш ауылы егете Ирек Фәйзулла улы менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Ринат, Резеда, Илзидә, Илзирә, Тимур үҙ ғаиләләрен ҡорғандар, балалар үҫтерәләр. Тимерхан Таштимерҙәге ауыл хужалығы колледжында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Кинйә улдары Альберт 5-се класта белем ала. Юлдаш мәктәбенең 4-се класын тамамлаған Альберт Буранғол мәктәбе янында бөтә уңайлыҡтары булған шәп интернат асылыуын ишетеп, шунда барырға ҡарар иткән.
— Улым Буранғол интернатын бик оҡшата, йәшәү, уҡыу шарттарынан ҡәнәғәт булып уҡып йөрөй, — тип һөйләй әсә.
Аҡмырҙиндарҙың ике улы әлеге мәлдә махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәттә.
— Илебеҙҙә Владимир Путин махсус хәрби операция иғлан иткән мәлдә Артур улыбыҙ әрме сафында хеҙмәт итә ине. Хеҙмәт итеү мөҙҙәте тамамланыуға ул Оборона министрлығы менән МХО зонаһында хеҙмәтен дауам итеүгә контракт төҙөгән. Был хаҡта беҙгә унда юлланыр алдынан ғына әйтте, — тип һөйләй Аҡмырҙиндар. 
Артурҙың китеүенә бер йыл тулыуға Тажиҡстанда хәрби хеҙмәт юлын үткән ағаһы Тимур ҙа ғаиләһен, өс балаһын ҡалдырып, үҙ теләге менән Ватан һағына баҫырға ҡарар итә. 
— Ут эсендә йөрөгән улдарыбыҙ өсөн бик борсолабыҙ. Тимур өс тапҡыр ҡаты яраланды. Дауаланғандан һуң, тағы сафҡа баҫты. Теләгебеҙ бер — һуғыш тиҙерәк тамамланып, балаларыбыҙ имен-һау ҡайтһындар ине, — ти яугирҙәрҙең ата-әсәһе.
Аҡмырҙиндар ауыл кешеһенә хас тормош менән йәшәй: һыйыр, йылҡы тоталар, яҙ етһә, күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерәләр. Яңы йыл байрамы етә килә, ҡапҡалары алдында ҡарҙан тау яһайҙар, ауылдың бөтә бала-сағалары шунда ҡыш буйына рәхәтләнеп тау шыуа.
Йорттары алдында Ирек Аҡмырҙиндың атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажғәле Аҡмырҙа улы иҫтәлегенә аллея булдырып, унда шыршы ултырт-ҡандар.
— Балалар ата-бабаларының үткәне хаҡында  белеп үҫергә тейеш. Олатайым Хажиғәле Аҡмырҙин генерал Таһир Кусимовтың адъютанты була, 112-се Башҡорт дивизияһы составында кавалерист-минометчик булып хеҙмәт итә. Ул Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, Орел-Курск йүнәлешендә дошманға ҡаршы алыша, батырлығы күп наградалар менән билдәләнгән. Улдарым  да олатайҙары кеүек илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлау бурысын иңдәренә алдылар, уның һуғыш юлынан үтәләр. Ил һаҡларҙай ҡыйыу уландар булғанда, һис шикһеҙ, еңеү беҙҙең яҡта булыр һәм бөтә яугирҙәр ата-әсәләренә, ғаиләләренә  имен-һау әйләнеп ҡайтырҙар, тип ышанам, — ти Ирек Фәйзулла улы. 
Ил һаҡлар батыр йөрәкле яҡташтарыбыҙ булғанда беҙ ҙә еңеүгә ышанабыҙ һәм илгә тыныслыҡ килеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

«Салауат» ЯСЙ-һы 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына күп балалы ғаиләләргә, МХО-ла һәләк булғандар һәм ҡатнашыусылар ғаиләләренә «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас