Нурсилә Ҡаҙмаш ауылында Көмөшбай Дауыт улы һәм Бәширә Ғилман ҡыҙы ғаиләһендә кинйә бала булып донъяға килә. Ете балалы ҙур ғаиләлә үҫә ҡыҙ. Тыуған ауылында һигеҙенсене тамамлағас, Амангилде мәктәбендә урта белем ала. Һатыусы булыу теләге ҡыҙҙы Асҡарҙағы һатыусылар әҙерләү мәктәбенә алып килә. 1987 йылда алты айлыҡ курсты уңышлы тамамлаған Нурсилә йүнәлтмә буйынса тыуған ауылында эш башлай. Һәйетҡол ауылы магазинына һатыусы талап ителгәс, ике ай ғына эшләп өлгөргән йәш ҡыҙҙы шунда эшкә ебәрәләр. Һатыусы һөнәренең дә үҙ нескәлектәре бар: һатып алыусылар менән яҡшы мөғәләмәлә булырға, иҫәп-хисап эштәрен дөрөҫ башҡарырға, шул уҡ ваҡытта эшеңә яуаплы ҡарарға кәрәк. Ошо талаптарҙы теүәл үтәргә тырыша йәш белгес. Мөләйем, тыныс холоҡло, изге күңелле, алсаҡ ҡыҙҙы ауыл халҡы тиҙ арала үҙ итә.
1988 йылдың ғинуарында ошо ауыл егете Хәлит Ҡасимов менән гөрләтеп туй үткәрәләр. Ғаилә бәхетен арттырып, ҡыҙҙары Зәлиә донъяға ауаз һала.
Декрет ялынан һуң, 1990 йылда хаҡлы ялға киткән ҡәйнәһе Сәмсинур урынына мәктәпкә техник хеҙмәткәр булып эшкә инә һәм 2022 йылға тиклем, мәктәп ябылғансы, ошо вазифала эшләй, һуңынан мәктәп мәсет булып үҙгәртелгәнгә тиклем мәктәпкә ҡарауылсы була.
Нурсилә Көмөшбай ҡыҙының дөйөм хеҙмәт стажы 36 йыл. Башланғыс мәктәптә йыйыштырыусы эшенең тынғыһыҙлығын эшләп ҡарамаған кеше генә белмәй. Ул иртә таңдан барып мәктәпте аса, уҡыусыларҙы ҡаршылай, һуңынан балаларға ашарға әҙерләй. Уларҙы ашатҡас, һауыт-һабаны йыуа. Дәрестәр тамамланғас, бүлмәләрҙе таҙалап сыға. Мәктәпкә газ ингәнгә тиклем мәктәптең утынын бысып-ярыу, бинаны йылытыу, һыу килтереү, баҡсала ярҙамлашыу, уҡыу йылы аҙағында ремонт эштәре лә уның иңендә була. Ошо бихисап эштәрҙе ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы ул.
Ә инде дүрт ул, дүрт ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереүе — Нурсилә Көмөшбай ҡыҙының нескә иңдәренә төшкән тағы ла бер ҙур яуаплылыҡ. Ошо бурысты атҡарыу, ай-һай, еңелдән булмағандыр, һигеҙ баланы бишектән алып ҡарап үҫтереү, өҫ-баштарын хәстәрләү, ашарға әҙерләү, ауырып китһәләр, төн йоҡоһон ҡалдырып, борсолоуло уйҙар солғанышында таң аттырыу, уҡыуҙарында ярҙам итеү кеүек мәшәҡәттәрҙе һис кенә лә ауырһынмай атҡара әсә. Балалары үҫә килә ҡусты, һеңлеләрен ҡарашып, йорт эштәрендә ярҙамлашып эшһөйәр булып буй еткерҙеләр. Улар уҡыуҙа ла һынатманылар, еңел атлетика буйынса мәктәп һәм район кимәлендә үткән ярыштарҙа даими призлы урындар яуланылар.
Бөгөн Хәлит һәм Нурсилә Ҡасимовтар 9 ейән-ейәнсәренең һәр ҡайһыһын берҙәй яратҡан олатай һәм өләсәй шатлығын кисереп йәшәйҙәр. Ошонан да ҙур бәхет юҡтыр ул донъяла. 2002 йылда Нурсиләне «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеләр. Хоҙай тәҡдирелер — ҡаты ауырыуҙан Батыр исемле улдарын юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә ата менән әсәгә. Бөгөнгө көндә уларҙың өс ҡыҙы, ике улы үҙ ғаиләләрен ҡороп, матур донъя көтә.
Иң ҙур ҡыҙы Зәлиә кейәүе Фәнил менән Дауыт ауылында йәшәй. Данил, Нурислам, Динислам, Яҙгөл исемле балалар үҫтерәләр. Зәлиә йорт хужабикәһе, Фәнил вахта ысулы менән эшләй. Фәнзил кәләше Ләйсән менән Мәхмүт ауылында төпләнгән. Фәнзил вахта ысулы менән эшләй. Искәндәр исемле улдары үҫеп килә.
Зилдә Магнитогорск ҡалаһында дауаханала медсестра булып эшләй. Ҡыҙы Афинаға алты йәш.
Рәмзил кәләше Луиза менән Асҡарҙа йәшәй. Үҙе Магнитогорск ҡалаһында металлургия комбинатында эшләһә, кәләше шул уҡ ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы. Лениза һәм Рушан исемле балалары баҡсаға йөрөйҙәр.
Ҡасимовтарҙың өсөнсө ҡыҙы Алһыу кейәүе Азамат менән Үтәгәндә йәшәй. Азамат металлургия комбинатында, ә Алһыу Асҡарҙа «Фасоль» магазинында эшләй. Уларҙың алты йәшлек ҡыҙҙары Азалия бар.
Айзилә Магнитогорск ҡалаһында педколледжда беренсе курста белем ала.
Таштимерҙәге агросәнәғәт колледжының тәүге курсында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштергән кинйәләре Айназ Баймаҡта икенсе курс студенттары араһында моторҙы һүтеп йыйыу буйынса ярышта өсөнсө урын алған. Айназ көрәш буйынса ярыштарҙа ла һынатмай.
Бына шулай, ата-әсә өсөн балалары — тормош йәме, көтөп алған ҡунаҡтары. Ҡасимовтар баҡса үҫтерә, мал-тыуар аҫрай, утыҙлап ҡаҙ-өйрәк алып тәрбиәләй. Ғаилә башлығы колхоз тарҡалғанға тиклем шунда хеҙмәт итте. Хәлит ағас эшенә оҫта. Мөрәжәғәт итеүселәргә ишек, тәҙрә эшләй, йорт-ҡура төҙөргә ярҙам итә.
Нурсилә Көмөшбай ҡыҙының тағы бер яратҡан шөғөлө тураһында бәйән итмәһәм мәҡәләм тулы булмаҫ кеүек. Был уның башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас ҡул эшенә маһирлығы булыр. «Әсәнән күргән тун бескән», ти халыҡ мәҡәле. Әсәһенең һуҡыр шәм яҡтыһында йөн иләп, ойоҡ-бейәләй, шәлдәр бәйләүен, тиреүгә, балаҫ һуғыуын, ҡорама ҡорап, ултырғыс түшәктәре эшләүен күреп үҫә Нурсилә. «Әсәйем хатта быйма ла табанлай торғайны», тип хәтерләй ул. Шул саҡтарҙа әсәһенә ҡулынан килгәнсә ярҙамлашып, эш рәтен белеп үҫә ҡыҙ. Әсәһенән өйрәнгәне донъя көткәндә бик ҡулай була. Һәр балаға бейәләй-ойоҡ бәйләүгә әллә күпме йөн иләргә кәрәк була, магазинда әҙер ептәр булмағанда кесерәйгән кофта-свитерҙарҙы һүреп тә бәйләй. Бөгөн төрлө төҫтәге пряжаларҙан бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәре, ейән-ейәнсәрҙәренә күкрәксә, ажурлы шәлдәре, яҫтыҡ тыштары, пледтары күҙҙең яуын алырлыҡ. Асҡар һәм Амангилде ауылы балалар баҡсаларына ҡурсаҡтар бәйләп биргән оҫтабикә. Ҡорамалап урын түшәктәре лә әҙерләй ул.
Нурсилә Көмөшбай ҡыҙы хаҡлы ялда ла тик ултырыуҙы өнәмәй. Тәүге һәнәренә кире ҡайтып, хәҙер инде ике йыл тирәһе Вәли Лоҡмановтың шәхси магазинында һатыу итә. Ауылдаштарына ла ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер: уны һуғым һуйыу, һарыҡ ҡырҡыу, ҡаҙ өмәләренән ҡалдырмайҙар.
Донъя мәшәҡәттәре менән тормоштоң ауыр ҙа, һөйөнөслө лә мәлдәре артта ҡала бара тиһәк тә, алда ҡыуаныслы миҙгелдәре тағы ла күберәк булһын.
Баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта эшһөйәр хеҙмәттәшемдең халыҡ мәнфәғәте өсөн намыҫлы хеҙмәте тейешле баһаһын алһа ине. Ил өсөн файҙа килтерерҙәй балалар үҫтергән, хеҙмәттә бәхетен тапҡан, илебеҙ азатлығы өсөн яуҙа йөрөгән һалдаттарға ла хәленсә ярҙам иткән Нурсилә Көмөшбай ҡыҙы «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булырҙай шәхес, тип уйлайым.
Шәһиҙә ҒӘБИТОВА.
Һәйетҡол ауылы.