Бөтә яңылыҡтар

Ҡулыңдан һөйөн!

Һуңғы йылдарҙа боронғо биҙәүестәр, селтәр, ҡашмау таҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәҙәни сараларҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла йыш осратырға була. Шундай матур биҙәүестәрҙе эшләгән оҫталарҙың береһе Әбделмәмбәт ҡыҙы Миңзиә Абдуллина хаҡында һүҙем.

Ҡулыңдан һөйөн!
Ҡулыңдан һөйөн!

—Студент саҡта бәйләргә оҫтарып алдым, артабан бисерҙән ағастар, сәскәләр эшләнем. Милли биҙәүестәр модаға инеп киткәс, мин дә ошо шөғөлгә тотондом. Ауылда әсәйем  фольклор түңәрәгенә йөрөй башлағас, уға инселәп тәүге селтәремде эшләнем. Фольклор ансамбленә йөрөгән ауылым инәйҙәре лә минән эшләтеп алдылар. Әле Ҡырмыҫҡалы, Ишембай райондарынан заказдар күп килә, әҙер әйберҙәрҙе уларға почта аша ебәрәм. Алыҫ ара тимәй, Екатеринбургтан бер егет өләсәһенә бүләккә селтәр эшләтеп алды. Селтәрҙе эшләү менән бер рәттән интернеттан ҡарап өйрәнеп, цинк иретмәһенән биҙәүестәр эшләй башланым, ошондай бер эшемде бүләккә Америкаға ебәрҙеләр. Кәрәкле әйберҙәрҙе Wildberries интернет-магазинынан алам, совет тәңкәләрен туғандарым бирҙе, хәҙерге 1 һум, 5 һум менән дә эшләтәләр, — тип һөйләй шөғөлө хаҡында Миңзиә Фирғәт ҡыҙы.

Заказдар бик күп, сөнки милли биҙәүестәр менән күптәр ҡыҙыҡһына. Бигерәктә байрамдарға бүләккә алыусылар күбәйә.

—Эш араһында оҙаҡҡа һуҙылһа ла, заказдар ҡабул итәм,  милли биҙәүестәрҙе эшләү өсөн күп көс һәм түҙемлек кәрәк, өй мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, күңеләмә ял алам биҙәүестәр эшләгәндә, — тип дауам итә әңгәмәсем.

—Декрет ялында булғанда ҡул эштәре конкурсында, марафондарҙа селтәр, хәситә эшләү буйынса ҡатнаштым, эшкә сыҡҡас өлгөрөп булмай, форсат юғыраҡ. Тәңкәләрҙе иптәшем тишеп бирә, сулпыларҙы ла үҙе һуға. Өфөгә Гөлсөм Хөсәйенованың оҫталыҡ дәресенә йөрөп, ҡашмау эшләргә өйрәндем. Һәр кеше биҙәүестәрҙе үҙенә оҡшағанса эшләтеп алыуҙы хуп күрә. Ҙур селтәр эшләтһәләр, бүләккә бәләкәй стилләштерелгән селтәрҙәрҙе ҡушып ебәрәм. Хәситәне эшләүе еңел түгел, уның тәңкә-биҙәүестәрен ҡуйғанда бик иғтибарлы булырға кәрәк.

Оҫтабикә тормош иптәше Илфат Мирйән улы менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәйҙәр.  Ҡыҙҙары Иҙелиә икенсе класта уҡый, улдары Данис мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнә йөрөй.

Уңыштар һиңә, Миңзиә, ҡулыңдан һөйөн, халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәрен тергеҙеүҙә арымай-талмай эшлә лә эшлә!

Автор: Гульсина Султанова
Читайте нас