Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа...

Районда дүртенсе тапҡыр эшсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Әбйәлил һылыуы» матурлыҡ бәйгеһе уҙҙы

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа...
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа...

«Әбйәлил һылыуы» матурлыҡ һәм наҙ бәйгеһе проект авторы — «Урал аръяғы – Һомай» модель студияһы етәксеһе, төрлө гүзәллек бәйгеләре конкурсы еңеүсеһе Зарина Йәнбирҙина. Быйыл иһә конкурс Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Шуға ла бәйгенең исеме быйыл икенсе төрлөрәк яңғыраны: «Әбйәлил һылыуы» матурлыҡ һәм әсәлек конкурсы.

Конкурс ике өлөштән торҙо: тәүге этапта ҡыҙҙар аш-һыуға оҫталығын күрһәтте, ғаилә ағзалары менән таныштырҙы, йыр-моңға маһирлығын күрһәтте. Икенсе өлөштә улар милли бейеүҙә һығылмалылыҡтарын, үҙ һөнәри кейемендә һәм киске күлдәктәрҙә дефиле күрһәтте.

Визиткала заманса стилләштерелгән милли кейемдәрҙә 14 һылыу сәхнәгә сыҡты, улар үҙ ҡулдары менән бешергән сәк-сәктәрҙе баһалама ағзалары алдына ҡуйҙы.  

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә хаҡ-баһаһы — итәгендә ятҡан балаһы, тип яҙған бер шиғырында Әсхәл-Әхмәт Хужа. Һылыуҙарҙың таянысы һәм терәге булған тормош иптәштәре һәм балалары улар менән бергә сәхнәгә күтәрелде. Кемдер йырланы, кемдер бейене, кемдер шиғырҙар уҡыны...Бәйгенең был өлөшө үҙе бер матур концертҡа әүерелде! Ә хәҙер бәйгеселәрҙең үҙҙәренә айырым туҡталайыҡ.

Асҡарҙан Элина Кәлимуллина өс бала әсәһе, ирекмән. Эшҡыуар, үҙәк баҙарҙа магазины бар, шулай уҡ риелтор ҙа булып эшләй. Район үҙәгенән Люциә Иҙиәтуллина һөнәре буйынса педагог, 4 бала әсәһе. Әлеге мәлдә йорт хужабикәһе, маникюр эшләү һәм бәлештәр бешереү менән мәшғүл. Йәнгелдән Айгөл Әбсәләмова 4 бала үҫтерә, балалар баҡсаһында юғары категориялы тәрбиәсе булып эшләй. Асҡарҙан Әлиә Ҡаҙнабаева һөнәре буйынса педагог, бөгөнгө көндә ул матурлыҡ салонында парикмахер булып хеҙмәт итә. Таһир Кусимов исемендәге гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Лениза Ғәйнуллина — өс бала әсәһе. Инглиз телдәре буйынса район методик берекмә етәксеһе. Ҡырҙастан Резеда Баймөхәмәтова 4 бала тәрбиәләй, ауылда китапхананы етәкләй. Озерныйҙан Венера Чуева ҡатын-ҡыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Магнитогорск ҡалаһының төҙөлөш компанияһында водитель булып эшләй. Керпек үҫтереү буйынса мастер, өс бала тәрбиәләй. «КөмөшАй» вокал халыҡ студияһының солисткаһы. Миләүшә Әхмәтйәнова Салауат ауылынан, 5 малай үҫтерә. Нейрореанимация бүлегендә шәфҡәт туташы, ауылында әүҙем йәмәғәтсе. Ҡушыйҙан Гөлнәзирә Әлибәкова шулай уҡ күп балалы әсә. Һөнәре буйынса юрист, Магнитогорск ҡалаһы тәфтиш изоляторында режим һәм күҙәтеү бүлеге инспекторы. Йәмилә Дәминева — Хәмит ауылы мәҙәни-ял үҙәге мөдире. 1 бала тәрбиәләй, музыка уҡытыусыһы, вокал буйынса төрлө конкурстар еңеүсеһе. Шәриптән Айсилә Хашимова 4 бала әсәһе, ағас ҡырҡыу һәм әҙерләү буйынса шәхси эшҡыуар. Үҙе кеүек сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итә, уларға эш урындары булдыра. Мәйгәштенән Азалия Финапетова 2 балаға әсәй, ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Почта бүлегендә эшләй. Юлиә Пархимчик Ишҡол ауылы ҡыҙы, 2 бала үҫтерә. Юрист, һөнәре буйынса 14 йылдан ашыу эшләй. Айсилә Илбаҡтина Красная Башкириянан, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе. 3 бала әсәһе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы сержанттың һөйөклө ҡатыны.

Икенсе өлөштә иһә жюри ағзалары һылыуҙарҙың буй-һынын, нәзәкәтле, матур образдарын баһаланы. Ҡыҙҙар үҙҙәренә килешле күлдәктәрҙә сыҡҡас, сәхнәлә әйтеп бөтөргөһөҙ гүзәллек хасил булды.

Матурлыҡ һәм әсәлек бәйгеһен абруйлы жюри — меценат һәм эшҡыуар Гөлнара Әминева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлин, Асҡар мәҙәни-ял үҙәге мөдире Нияз Ҡарабандин, «Гүзәлкәй» проекты авторы Гөлшат Шәйәхмәтова, стилист-коуч Лилиә Мәхмүтова. Улар конкурсты ике номинацияға бүлде: гүзәлкәйҙәр «Красавица Абзелила – 2026» һәм «Әбйәлил һылыуы – 2026» номинацияларында билдәләнде. «Красавица Абзелила – 2026» бәйгеһендә Азалия Финапетова өсөнсө, Айгөл Әбсәләмова икенсе, Юлиә Пархимчик беренсе урында билдәләнде. Айсилә Илбаҡтина гран-приға эйә булһа, Гөлнәзирә Әлибәкова «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһына лайыҡ булды. 

«Әбйәлил һылыуы – 2026» бәйгеһендә Лениза Ғәйзуллина өсөнсө, Әлиә Ҡаҙнабаева менән Люциә Иҙиәтуллина икенсе, Миләүшә Әхмәтйәнова беренсе урын яуланы. Резеда Баймөхәмәтоваға гран-при тапшырылды. Йәмилә Дәминева «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһында еңеүсе тип табылды.

Бәйгенең иң ҙур өс титулы: «Ҡатын-ҡыҙ – Лидер» номинацияһында Айсилә Хашимова, «Ҡатын-ҡыҙ – Талант» номинацияһында Венера Чуева һәм «Леди-стиль» номинацияһында Элина Кәлимуллина еңеүсе тип билдәләнде. Уларға Мәскәүҙә үтәсәк матурлыҡ конкурстарына 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

Бәйгеселәрҙе район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, Өфөләге яҡташтар ойошмаһы рәйесе, «Ете ҡыҙ» ирекмәндәр ойошмаһы рәйесе Ләйсән Рабаданова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Таңһылыу Мостафина, район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәнова тәбрикләне.

Бәйгенең бағыусылары булып «Жасмин» сәскәләр салоны, шәхси эшҡыуарҙар Ринат Рамаҙанов, Гөлнара Әминева һәм «Урал аръяғы – Һомай» модель студияһы сығыш яһаған.

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа...
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа...
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа...
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа...
Автор: Гульфия Хасанова 
Читайте нас