+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Февраль 2023, 15:38

Ҡосаҡлашыу, шатлыҡ һәм күҙ йәштәре

Бөгөн иртәнге сәғәт 10-да «Шайморатов генерал» йырының көйө аҫтында баш ҡаланың Совет майҙанына махсус хәрби операция үткәреү зонаһынан мобилизацияланған һалдаттар ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты.  

Ҡосаҡлашыу, шатлыҡ һәм күҙ йәштәре
Ҡосаҡлашыу, шатлыҡ һәм күҙ йәштәре

Яугирҙәрҙе уларҙың туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының  хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡаршы алды. "Радий Фәрит улынан һеҙгә ҡайнар сәләм еткерәм. Һеҙ ҡуйылған хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ, республиканың исеменә тап төшөрмәйһегеҙ, командирҙарығыҙҙан һеҙҙең хаҡта тик яҡшы хәбәрҙәр алабыҙ.  Ҡыҫҡа ғына ваҡыт ялда  бөтә көндәрегеҙҙе яҡындарығыҙ менән аралашыуға арнауығыҙҙы теләйем», - тине Алик Камалетдинов, һалдаттарға мөрәжәғәт итеп. Хәрбиҙәр Рәсәй Геройы, легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды, унан һуң осрашыуға килгән туғандары һәм яҡындары янына ашыҡты.

Алик Камалетдинов һөйләүенсә, бөгөн һалдаттарҙы ялға алып ҡайтҡан автобустар Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республика исеменән бирелгән. "Был-мобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең икенсе партияһы. Командирҙар беҙгә ваҡытында хәбәр итмәү сәбәпле, егеттәрҙең тәүге партияһы үҙаллы ҡайтты. Әммә уларҙы кире үҙебеҙҙең автобустарҙа оҙаттыҡ, Радий Фәрит улы хөкүмәткә автобустар бүленергә тейешлеген йөкмәтте. Совет майҙанында һалдаттарҙы ҡаршы алыу яҡшы йолаға әүерелә. Был республика башлығының һәм яугирҙәребеҙҙең тәҡдиме булды һәм күптәрҙең күңеленә хуш килде" , - тине А. Камалетдинов.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: