+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Февраль 2023, 15:25

Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Белеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты, ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған көнө.  Иҫән булһа, аҡһаҡалға 89 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, 11 ғинуарҙа ул арабыҙҙан китеп барҙы...

Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы хәтеренә беҙҙең быуаттың...
Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Район үҙәк китапханаһында халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы иҫтәлегенә "Ирмен тигән ирҙән дан ҡалыр" исемле хәтер кисәһе уҙҙы. Осрашыуҙа Мортаза Рәхимовты яҡындан белгән, уның осоронда эшләгән замандаштары, шәхестең яратҡан “Миләш” фольклор төркөмө ағзалары, студенттар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе М. Ғөбәйҙулла улының ил киләсәген ҡайғыртыусы хәстәрлекле етәксе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

–Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостанды оло юлға сығарҙы. Ауылдарҙа мәктәп,ФАП-тар, мәсеттәр, Асҡарҙа гимназия, дауахана, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексын, “Юрға” спорт мәктәбен төҙөттө, һәр ваҡыт эш барышын тикшереп торҙо, тантаналарҙа үҙе ихлас ҡатнашты һәм ябай халыҡ менән аралашты, – тип бәйән итте Самат Фәйзуллин.

–Быға дәлил булып бәләкәй генә Рысҡужа ауылында өр-яңы, матур, бөтә уңайлыҡтары булған кирбестән белем усағы ҡалҡып сыҡты, – тине Ҡаҙмаш мәктәбенең элекке директоры Рәжәп Яҡупов.

Ысынлап та, тап ул идара иткән осорҙа мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре күбәйҙе, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған төрлө мәҙәни саралар уҙғарылды. Шуға ла уны халыҡ ихтирам итте, яратты.

Кисәлә халыҡ сәсәне Вәсилә Садиҡова Рәхимовҡа арнап яҙған таҡмағын уҡып ишеттерҙе. “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы ағзалары Гөлнара Ғибәҙуллина менән Фәрзәнә Хамматова шәхес хаҡында ижад иткән шиғри күстәнәстәрен һөйләне. Рифат Сәйетғәлин башҡарыуында “Солтанаҡ” бейеүе сараның биҙәге булды. Ә “Миләш” ансамбле ил ағаһы хаҡында таҡмаҡтарын әйтте.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөтә ғүмерен республикаға һәм халҡына бағышланы. Ул сәйәсәттә 13 йылдан артыҡ булманы, әммә ҡатмарлы ваҡыттарҙа ла олатай һәр саҡ халҡы менән бергә булды, ярҙам итте һәм кәңәштәрен бирҙе.

Хәтер кисәһендә “Әр-Рәхим” мәсете – намыҫ эше, изге йорт Мортаза Рәхимовҡа мәңгелек һәйкәл булыр ине”, тигән теләктәр яңғыраны.

Халҡы, иле өсөн ҡылған изгелектәре һанап бөтөрлөк түгел. Йәне, һис шикһеҙ, ожмахта булырына шик юҡ. Сөнки уның кеүек эшлекле, оло йөрәкле, тынғыһыҙ, тәрән фекерле уҙамандар быуатҡа бер тыуалыр...

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: