

Мәҫәлән, «Кубометр» компаниялар төркөмө Октябрьский ҡалаһында 300 миллион һумға бетондан вибропрессланған изделиелар етештереү буйынса завод төҙөргә йыйына. 50 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Бында юл-төҙөлөш тармағы өсөн тротуар плиткаһы, брусчатка, бордюрҙар һәм башҡа продукция етештереләсәк.
Икенсе проект, Өфөлә «Роботэк-Лаб» реабилитация комплекстарын етештереүҙе киңәйтеү. Уны “ВиЦыАн” компанияһы тормошҡа ашыра, улар шул иҫәптән ортопедик матрастар етештерәсәктәр. Проекттың күләме 56 миллион һумға баһалана,19 яңы эш урыны асыласаҡ. Реабилитация сараларын яңыртып етештереүҙе 2025 йылда башларға йыйыналар.