Атайсал
2 Ноября 2023, 04:02

Волга буйы төбәктәрендә һыу проблемаһы бар

Биш төбәк башлыҡтары Президент Владимир Путинға Волга-Кама каскадында һыу  проблемаһы буйынса хат ебәргән.  #ВладимирПутин

Волга буйы төбәктәрендә һыу проблемаһы  барВолга буйы төбәктәрендә һыу проблемаһы  бар
Волга буйы төбәктәрендә һыу проблемаһы бар

     Хатҡа Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, Сыуашстан Башлығы Олег Николаев, Марий Эл Башлығы Юрий Зайцев, Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских һәм Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров ҡул ҡуйған.  

    Авторҙар яҙыуынса, Куйбышев һыуһаҡлағысы Волга-Кама каскады ағымын көйләй, шуға күрә уның тулы һыулылығы һәм таҙалығы төбәктәрҙең яҡшы эшләүе һәм үҫеше өсөн мотлаҡ шарт булып тора.

  Һәм, ысынбарлыҡта һыу ағымы 4 мең куб.м/с тирәһе булғанда, һыу ташлау күләмен регламентҡа ярашлы 5 мең куб. м/с-тан юғарыраҡ һаҡлау һыу кимәленең кәмеүенә килтерәсәк, тип иҫәпләй авторҙар.   Бындай кәмеү биоресурстарҙы юҡҡа сығарасаҡ, судноларҙы йөрөтөүгә кире йоғонто яһаясаҡ һәм ҙур ҡалаларҙы, шул иҫәптән ҡышҡыһын да, һыу менән тәьмин итеү өсөн хәүеф тыуҙырасаҡ, ти улар.

     Проблеманы хәл итеү өсөн төбәк башлыҡтары Волгоград һәм Әстерхан өлкәләренең ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн Түбәнге Волгала түбән баҫымлы быуалар төҙөү мәсьәләһен ҡарауҙы, шулай уҡ Куйбышев һыуһаҡлағысы гидроузелының һыу ташлау күләмен кәметеүҙе һорағандар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас