Атайсал
5 Декабрь 2023, 14:03

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ...

Ошо көндәрҙә Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге VII асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы үтте. 50-нән ашыу солист-башҡарыусы ҡатнашҡан ижади бәйгелә Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, сығышы менән Хәмит ауылынан булған Тәфтизан Зәйнишев беренсе урын яуланы.

— Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ҡурайсы-педагог, Башҡорт халҡының рухи мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән конкурс шарттары буйынса, 16 йәштән өлкәндәр категорияһында ҡатнашыусыларға инструменталь әҫәрҙәр башҡарыу ғына түгел, ә оҙон халыҡ йырын йырлау ҙа кәрәк ине, — тип башланы һөйләшеүҙе Тәфтизан Хәким улы. — «Кәкүккәй» көйөн уйнап, ошо йырҙы башҡарыуымды жюри ағзалары юғары баһалап беренсе урын бирҙеләр. Был номинацияла гран-приҙы райондашым — сығышы менән Мәхмүт ауылынан булған, Магнитогорск металлургия комбинатында экскаватор машинисы булып эшләгән Рифат Исҡужиндың яулауы менән сикһеҙ ғорурланам.
Сит-яҡтарҙа йәшәгән райондаштарыбыҙҙың уңыштары, ҡаҙаныштары, әлбиттә, яҡташтары өсөн дә оло ҡыуаныс. Учалыла Тәфтизан Зәйнишевты оҫта ҡурайсы, абруйлы музыка уҡытыусыһы булараҡ яҡшы беләләр. Милли рух менән һуғарылған бер генә мәҙәни сара ла уның йәки ул ҡурай серҙәренә өйрәткән уҡыусыларының ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Уҙған йыл Тәфтизан Зәйнишев Октябрьский ҡалаһында ойошторолған Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһенең төп бүләген — гран-при яулағайны, ә уның уҡыусыһы балалар араһында беренселекте алды. 
Тәфтизан Хәким улы етәкләгән «Яйыҡ» ҡурайсылар ансамбле республика кимәлендә генә түгел, унан ситтә лә Башҡортостан данын тарата, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә алдынғы урындарҙы яулай. Төрлө ижади бәйгеләрҙә Тәфтизан Хәким улының уҡыусылары ла һынатмай, һәр саҡ призлы урындарҙа билдәләнеүе уҡытыусының хеҙмәтенең һөҙөмтәһен  лайыҡлы күрһәтеүсе баһа.
Оҫта ҡурайсы эшләү дәүерендә күпме кешене ҡурай серҙәренә өйрәтте икән, уның иҫәбе-хисабы юҡ. Тормоштарын сәнғәт менән бәйләп, тиҫтәләгән шәкерте уның илһамлы һөнәрен үҙ иткән. Төрлө ижади бәйгеләрҙә уҡыусыларының, улар ҡурайҙа уйнарға өйрәткән йәштәрҙең сығышы юғары баһа-ланыуы педагогҡа дәрт өҫтәй, ҡанаттар ҡуя.
— Ҡурай серҙәренә өйрәтеү — рухи мираҫты һаҡлау ул, милли көйҙәребеҙҙә бит халҡыбыҙҙың яҙмышы, тарихы сағыла, ҡурайсы үҙе уйнаған көйҙәрен тәрәндән аңлап, фәлсәфәһен төшөнөп, йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткерергә тейеш, шуға күрә, эшемде башҡарғанда ҙур яуаплылыҡ тоям. Уҡыусыларыма, ысын ҡурайсы булып өлгөрөп етеү өсөн физик яҡтан көслө булыу, үпкәләрҙең сәләмәтлеге, тауыш сығарыу ағзаларының ныҡлығы, бармаҡтарҙың етеҙлеге кәрәк, эскелек, тартыу кеүек алама ғәҙәттәр менән мауыҡмау бик мөһим, тип йыш ҡабатлайым, — ти сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән абруйлы педагог. — Төрлө кимәлдәге бәйгеләр йәш таланттар өсөн үтә мөһим. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп булмай. Камиллашыу өсөн даими рәүештә алдынғы тәжрибәне өйрәнергә һәм ҡулланырға кәрәк.
Тәфтизан Зәйнишев Хәмит ауылында ишле ғаиләлә кинйә бала булып донъяға килгән. Ата-әсәһе йыр-моңға маһир була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы ҡаты ауырыуҙан йәшләй генә үлеп ҡала. Һигеҙ баланы Зөһрә Мөхәмәткилде ҡыҙы яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Олораҡтары кеселәрен ҡарашып, берҙәм, тырыш, эшкә бөтмөр, әсәләренә терәк булып буй еткерә Зәйнишевтарҙың балалары. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр, Хоҙай Тәғәлә һәр береһенә һәләт, ижад ҡомарын да йәлләмәй биргән. 
— Өс ағайым да гармунда ла, ҡурайҙа ла оҫта уйнанылар, апайҙарым матур итеп йырлай ине. Иштимер ағайым мине гел бесәнгә эйәртеп йөрөттө. Ҡурай ҡырҡып бирә лә, мин шуны һыҙғыртып ултыра торғайным. Тора-бара көйҙәр сығара башланым, — тип бала саҡ хәтирәләрен барлай Т. Х. Зәйнишев. Алтынсы класҡа Тәфтизан Сибай интернат мәктәбенә уҡырға бара. Өс йыл шунда белем ала, ҡурай түңәрәгенә йөрөй, спортҡа ылыға. Үҙҙәрендә урта мәктәп асылғас, кире ҡайтып, уҡыуын ауылда дауам итә. Ул ваҡыттарҙа үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары смотр-конкурстары йыш ойошторола. Тәфтизан халыҡ йырҙарын башҡарып, ҡурайҙа уйнап, ауылдың ғына түгел, райондың да мәҙәни тормошо уртаһында ҡайнай. Мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә алынғансы, Тәфтизан ауылда пилорамала эшләп ала. Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, күңеле гел сәнғәткә тартылған егет Учалыға йүнәлә. Ул йылды Учалы музыка училищеһында башҡорт фольклоры бүлеге асыла.
 — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин килгәндә, ҡабул итеү имтихандары тамамланғайны. Ул саҡтағы бүлек етәксеһе, бөгөн республиканың милли әҙәби музейын етәкләгән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратоваға рәхмәтем сикһеҙ, мине кире бороп сығарманы. Ҡурайҙа уйнап, йырлап күрһәткәс, уҡырға ҡабул иттеләр. Шулай студент булып киттем. Күңелле студент йылдары, төрлө конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу күңелдә тик яҡты хәтирәләр булып уйылған. Ул ваҡытта Юрий Колодкин етәкләгән уҡыу йортоноң бигерәк тә гөрләп торған ваҡыты ине. Айбулат Рәхмәтуллин, Фәрзәнә Фәтҡуллина, Таңсулпан Ғарипова һәм башҡа билдәле педагогтар байтаҡ талантлы йәш кешеләргә ҡанат ҡуйҙы, — тип һөйләй әңгәмәсем. 
Тап Учалыла ғүмерлек яҙмышын осрата Тәфтизан. Силәбе өлкәһе Мөслим ауылы һылыуы Юлиә лә училищеның хореография бүлегенә уҡырға ингән була. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт хистәре бөрөләнә. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрәләр.
Бер урында тапаныуҙы үҙ итмәгән, гел яңылыҡҡа ынтылған йәштәр уҡыуҙарын артабан дауам итәләр: Тәфтизан — Өфө сәнғәт институтын, Юлиә Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлап, юғары белемгә эйә булалар. Бөгөн Тәфтизан Хәким улы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында башҡорт музыка ҡоралдары бүлеген етәкләһә, Юлиә Рауил ҡыҙы хореография бүлегендә — етәксе.
Зәйнишевтар бер ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирә. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап, һәләтле, тырыш. Бейеүгә ғашиҡ ҡыҙҙары Наҙгөл бөгөн Өфөлә нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләй, улдары Замир мәктәптә уҡый, спорт менән ныҡлап шөғөлләнә. Бер нисә йыл элек Тәфтизан менән Юлиә Зәйнишевтар балалары менән «Өлгөлө ғаилә» конкурсында ҡатнашып, гран-при яулаған.
Тәүге күреүҙә үк күңеленә ятҡан күркәм тәбиғәтле, ыҡсым, матур таусылар ҡалаһына ерегеп китһә лә, ир-уҙаманы тыуған яғын, йәнтөйәген бер ҡасан да онотмай, ғаиләһе менән Әбйәлилгә йыш ҡайтып тора. 
— Туғандарыбыҙ менән осрашыуҙар тотош байрамға әйләнә. Кемдер гармун тарта, кемдер ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнай, йәиһә йыр һуҙа. Тыуған яғымдан көс-дәрт алып киләм, — ти әңгәмәсем. 
Тәфтизан Зәйнишевтың шәхси уңыштары ла бихисап. БР Мәҙәниәт министрлығы ойошторған «Педагогик оҫталыҡ» конкурсында ул өс тапҡыр еңеүсе булып таныла, «Дуҫлыҡ йыры», «Ирәндек моңдары» йыр бәйгеләрендә, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында лауреат исемдәрен Тәфтизан Зәйнишевтың фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләт тарафынан да юғары баһаланған, ул әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары менән бүләкләнгән, ә 2014 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. Әммә, ир-уҙаманы өсөн иң юғары награда — тырышлығы менән яуланған уҡыусыларының хөрмәте, тамашасыларының һөйөүе. Шулай ҙа абруйлы яҡташыбыҙҙың яулайһы үрҙәре, башҡараһы эштәре алда әле. 
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас